Иҡтисад
11 Февраль 2022, 05:33

Рәсәйҙә беренсебеҙ!

Башҡортостандың сәнәғәт етештереүе индексы уртаса Рәсәй кимәленән юғары.

Ошо көндәрҙә беҙҙең сәнәғәт тармағы өсөн бик яҡшы яңылыҡ билдәле булды. Башҡортостанда сәнәғәт етештереүе индексы Рәсәй кимәленән 2,2 процентҡа артҡан һәм 2021 йыл өсөн 107,5 процент тәшкил итә.

“Был һуңғы ун йылда индекстың иң яҡшы күрһәткесе, – тине был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – Беҙ тормошҡа ашырған сәнәғәткә ярҙам сараларының ыңғай һөҙөмтә биреүен аңлата ул. Улар – беҙҙең инвестиция сәғәттәре, сәнәғәт сәғәттәре, эре холдингтар менән ведомство-ара комиссиялар, еңел сәнәғәткә һәм урман сәнәғәте комплексына ярҙам программалары, респуб­ликаның Сәнәғәтте үҫтереү фондының һөҙөмтәле эше. Предприятиеларыбыҙ “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ла әүҙем ҡатнаша. Ошо программаны ғәмәлгә ашырыу буйынса илдә өсөнсө урынды биләйбеҙ”.

Ысынлап та, республикала сәнәғәткә ярҙам итеү өсөн бик күп саралар күрелә. Быға хатта бар донъя иҡтисадын ауыр хәлдә ҡалдырған коронавирус пандемияһы ла ҡаршылыҡ була алманы. Атап әйткәндә, төбәктә ағас эшкәртеү комплексын үҫтереү программаһын уңышлы тормошҡа ашыралар, уның буйынса предприятиеларға 49 миллион һумлыҡ субсидия бүленгән. Шулай уҡ республиканың еңел сәнәғәтенә ярҙам программаһы буйынса тармаҡ производстволарын үҫтереү өсөн 145 миллион һум йүнәлтелгән.

Тармаҡтың 2021 йылғы эш йомғаҡтары тураһында ентекләберәк төбәктең сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев һөйләне.

Башҡортостан Рәсәйҙә дизель яғыулығы, аҙыҡ-түлек һәм кальцийлы сода, бензол, ксилол, автомобиль тағылмалары сығарыу буйынса алдынғылыҡты һаҡлай, тип хәбәр итте ул. 2021 йылда сәнәғәттең бер төркөм секторҙары юғары үҫеш темпын күрһәтте. Мәҫәлән, дарыуҙар һәм материалдар етештереү – 2,4 тапҡырға, ҡағыҙ һәм ҡағыҙ әйберҙәр – 2,3 тапҡырға, мебель 1,7 тапҡырға артҡан.

– Тармаҡта йәмғеһе 120 проект тормошҡа ашырыла, инвестицияларҙың дөйөм күләме 424 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә һәм 12 мең яңы эш урыны булдырыла, – тип билдәләне Александр Шельдяев.

Иң ҙур проекттар иҫәбендә – “Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы – Өфө моторҙар эшләү берекмәһе” асыҡ акционерҙар йәмғиәте етештереүен 44,6 миллиард һумға комплекслы яңыртыу; “Газпром нефтехим Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә 10,6 миллиард һумдан ашыу инвестиция күләме менән техник көкөрт производствоһын төҙөү һәм 10,4 миллиард һумға таҙартыу ҡоролмаларын яңыртыу.

Бынан тыш, “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы “Өфөнефтехим” филиалында хуш еҫле углеводородтар етештереү буйынса комплексты төҙөкләндереүҙе дауам итә. Һалынған аҡсаның күләме – 7 миллиард һумдан ашыу. Ә “Башҡортостан баҡыры” предприятиеһы “Юбилей” (инвестициялар күләме – 52 миллиард һум) һәм “Подольск” (инвестициялар күләме – 55,6 миллиард һум) ятҡылыҡтарын эшкәртеүҙе дауам итә.

“Башҡортостан сода компанияһы” акционерҙар йәмғиәте 22,3 миллиард һумдан ашыу инвестиция күләме менән “Мембранлы электролиз ысулы менән каустик сода етештереүҙе ойоштороу” проектын ғәмәлгә ашыра башларға ниәтләй. Ә “КамАЗ” йәмғиәтенең компаниялар төркөмө республикала техника етеш­тереүҙе йылына 3 000 берәмеккә тиклем арттырыу буйынса махсус инвестиция килешеүен тормошҡа ашыра башлай. Проектты 4,1 миллиард һум аҡса һалыу менән “НефАЗ” асыҡ акционерҙар йәмғиәте базаһында тормошҡа ашыралар.

Министр Александр Шельдяев Башҡортостанда индустриаль парктар һәм технопарктар селтәре үҫеше тураһында ла һөйләне. Мәҫәлән, Сәнәғәт һәм энергетика министрлығы “Туймазы бетон ташыу машиналары заводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм Әбйәлил районы биләмәһендә ташты эшкәртеү буйынса индустриаль парк нигеҙендә сәнәғәт парк булдырыу өсөн майҙансыҡтар әҙерләй.

– Бынан тыш, Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы Бөрө, Бәләбәй, Кушнаренко, Салауат, Учалы райондарында һәм Күмертауҙа индустриаль парктар, технопарктар ойоштороу өсөн алты майҙансыҡҡа анализ үткәрҙе, – тине Александр Шельдяев. – Яңы биләмәләр кадрҙар менән тәьмин итеүгә мохтаж. Республикала ойошторолған Евразия ғилми-белем биреү үҙәге ҙур ярҙам буласаҡ. Һөнәри белем биреүҙе, лайыҡлы хеҙмәт шарттарын һәм хеҙмәт династияларын яңыртыу йылында был йүнәлештә старт алыуға иҫәп тотабыҙ.

2022 йылға пландар бик ҙур! Республика тәүге Башҡортостан нефтенең 90 йыллығын билдәләйәсәк. Ә майҙа Рәсәй нефть-газ химияһы форумы һәм “Газ. Нефть. Технологиялар” күргәҙмәһе асыласаҡ. Сентябрҙә байрам эстафетаһын ҙур химия форумы ҡабул итәсәк. Шулай уҡ мартта Өфөлә сәнәғәт буйынса координация советы ултырышы үтәсәк.

Был уңыштарға бәйле ошо көндәрҙә Александр Шельдяев “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһына интервью бирҙе.

– Сәнәғәт – республикабыҙ иҡтиса­дының нигеҙе. Республикала сәнәғәт сәйәсәтен һөҙөмтәле тормошҡа ашырыу иҫәбенә юғары күрһәткестәргә өлгәштек. Был бөтөн командабыҙҙың яҡшы эшен күрһәтә. Инфраструктура, индустриаль парктар, технопарктар, Сәнәғәтте үҫтереү фонды эше, кадрҙарҙы уҡытыу баһаланды – бөтә был күрһәткестәр ҙә артты, – тине ул.

2020 йылда донъя нефть көрсөгө эҙем­тәләрен тойған углеводородтарҙы эшкәртеү 2021 йылда көрсөккә тиклемге кимәлгә ҡайта алды һәм яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте, тип өҫтәне министр.

Пандемия осоронда ошондай күрһәт­кестәргә өлгәшеү – бик яҡшы, әлбиттә. Алып барыусы министрҙан коронавирусҡа бәйле проблемалар тураһында һорашты.

– Юҡ, әллә ни ҡыйынлыҡтар килтерҙе, тип әйтә алмайым. Тик кешеләрҙең сирләп больничныйға китеүе генә ауыр булды. Беҙҙең тармаҡта алмаштырып булмаған кешеләр күп, уларҙы дистанцияла эшләүгә ебәреп булмай, белгестәргә хеҙмәт урынында – станоктар, ҡорамалдар артында булыу кәрәк ине. Пандемияның тәүге тулҡындарында кешеләр ике-өсәр аҙна сирләне, хәҙер тиҙерәк сығалар. Шулай булғас, проблема кәмене, – тине Александр Шельдяев.

– Былтыр “Инвестиция сәғәте” ултырыштарында сәнәғәт темаһына 31 проект ҡаралған, инвестиция күләме 75,4 миллиард һум тәшкил иткән. Ысынлап файҙалымы улар? – тип һоранылар министрҙан.

– Мин инвестиция ғына түгел, ә “Сәнәғәт сәғәте” ултырыштарын да билдәләр инем. “Инвестиция сәғәте” яңы предприятиеларға эшләп китергә мөмкинлек бирә, ә беҙҙең “Сәнәғәт сәғәте” булған предприятиеларҙың аныҡ проблемаларын хәл итә. Инде ике йыл үткәрәбеҙ уларҙы. Ошо ваҡытта йөҙ самаһы предприятиены ҡараныҡ. Радий Хәбиров йыш ҡына үҙе урындарға бара, проблемаларҙы тикшерә, һәм шунда уҡ аныҡ ярҙам күрһәтелә. Беҙҙең өсөн “Сәнәғәт сәғәте” мөһимерәк һәм файҙалыраҡ, – тине ул.

Министр белдереүенсә, ошо “Инвестиция” һәм “Сәнәғәт” сәғәттәре, ысынлап та, үҙенең һөҙөмтәлелеген дәлилләгән. Башҡортостан Башлығының уларҙы шәхсән үҙе алып барыуы мәсьәләгә юғары иғтибарҙы күрһәтә.

 

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.

Читайте нас