Иҡтисад
11 Февраль 2022, 05:35

Ярҙамдан күҙҙәребеҙ асылды

Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, Башҡортостанда сәнәғәт етештереүе индексы Рәсәй кимәленән 2,2 процентҡа артҡан һәм 2021 йыл өсөн 107,5 процент тәшкил итә. Был – һуңғы ун йылдағы иң яҡшы күрһәткестәрҙең береһе. Үҫеш күрһәткән тармаҡтар араһында еңел сәнәғәт предприятиелары ла бар. Бөгөн уларҙың береһе “Оптри” компанияһы менән таныштырмаҡсыбыҙ. Улар мәктәп формалары һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн кейем тегә.

Компанияның генераль директоры Зөлфирә Ғәзизова эштәренең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне.

– Беҙҙең төп эшмәкәрлек – мәктәп формалары тегеү. Тегеү фабрикабыҙ республикала берҙәм мәктәп формаһы индереү буйынса пилот проектын ойоштороусы һәм тормошҡа ашырыусы булып тора. Бынан тыш, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн дә кейем тегәбеҙ. Бында инде эске кейемдән башҡа, бар линейка тәҡдим ителә, – ти ул.

Һуңғы бер-ике йылға тиклем беҙҙең еңел сәнәғәт тармағының ауыр шарттарҙа көн итеүе билдәле ине. Ә пандемияға бәйле иҡтисади көрсөк башланғас, улар бөтөнләй юҡҡа сығыр тигән ҡурҡыныс та барлыҡҡа килде. Әммә, киреһенсә, был осор уларға үҫеш өсөн бер баҫҡысҡа әйләнде. Сөнки тап шул мәлдә тармаҡҡа иғтибар артты һәм төрлө дәүләт ярҙам төрҙәре күрһәтелә башланы.

Зөлфирә Үзбәк ҡыҙы һөйләүенсә, тәүҙә улар 2020 йылда республика етәкселеге һорауы буйынса медицина персоналы өсөн һаҡланыу комбинезондары тегә башлай. Был ваҡытта эш тәүлек әйләнәһенә ойошторола, өҫтәмә кешеләр йәлеп ителә, әммә барыһы ла ваҡытында башҡарыла.

Тик нисек кенә булмаһын, дәүләт ярҙамынан тыш эшләүе ауыр була. Һәм шул ваҡытта иҡтисадҡа дәүләт ярҙамы саралары барлыҡҡа килә. Зөлфирә Үзбәк ҡыҙы белдереүенсә, уларҙың ҡорамалдар – тегеү машиналары, программа тәьминәте һатып алыуға сығымдарының 50 процентын субсидиялайҙар. Шулай уҡ сеймал һәм материалдарға киткән сығымдарҙың 30 проценты субсидиялана.

– Дөйөм алғанда, 9 миллион һумлыҡ ярҙам алдыҡ. Был беҙҙең өсөн әйтеп бөтөп булмаҫлыҡ ҙур ярҙам булды. Башлығыбыҙ Радий Хәбировҡа шул тиклем рәхмәтлебеҙ. Ул власҡа килгәнсе, беҙҙең еңел сәнәғәт тармағына бер ниндәй ҙә иғтибар юҡ ине. Ә ул етәкселек итә башлағас, беҙҙең күҙҙәр асылып ҡалды. Был программа әле артабан да эшләйәсәк, шуға күрә беҙ үҫеш өсөн бөтә мөмкинлекте файҙаланып ҡаласаҡбыҙ, – ти ул.

Яңы ҡорамалдар етештереүҙең байтаҡ өлөшөн автоматлаштырыу мөмкинлеге бирә. Эш тә күпкә еңелләшә. Предприятиеның заказдары ла бермә-бер арта. Хәҙер уларҙа райондарҙа филиалдар асыу ихтыяжы барлыҡҡа килә. Әлеге ваҡытта Ауырғазы районында филиал асыу буйынса пландары бар.

“Ир кеше аҡса эшләр өсөн теләһә ҡайһы ваҡыт икенсе ҡалағамы, Себергәме сығып китә ала. Ә ҡатын-ҡыҙҙарҙа ундай мөмкинлек юҡ. Улар балаларына бәйле, тыуған ерҙәрендә эш кәрәк. Шуға күрә ҡатын-ҡыҙҙарға, әсәләргә эш бирә алыу мөмкинлеге беҙҙе бик ҡыуандыра. Улар йылы, уңайлы урында эшләй, ваҡытында эш хаҡы ала. Быларҙың барыһы ла дәүләт ярҙамы арҡаһында мөмкин булды”, – ти етәксе.

Ысынлап та, әлеге ваҡытта ватанда етештерелгән еңел сәнәғәт тауарҙарына ихтыяж ҙур. Элек кейем-һалымды Ҡытайҙан алһаҡ, хәҙер пандемия сиктәрҙе япты, таможня проблемалары артты. Шул саҡта күренде лә инде: ә бит үҙебеҙҙә лә бынамын тигән сифатлы, модалы һәм матур әйберҙәр тегәләр. Ни бары уларға әҙерәк ярҙам ғына кәрәк булған.

Предприятиеға уңыштар теләйбеҙ.

 

Ә. ИЛДУСОВА.

Читайте нас