Иҡтисад
13 Февраля 2022, 16:15

“Кешеләргә бәхет өләшәм”

Илиза Мостафина 8 март байрамына 170 мең тюльпан үҫтерә!

“Кешеләргә бәхет өләшәм”“Кешеләргә бәхет өләшәм”
“Кешеләргә бәхет өләшәм”

Иглин районының Үктәй ауылында үҙ эшен асҡан Илиза Мостафина бишенсе йыл сәскәләр үҫтереп һата. Баҡһаң, 8 март алдынан һатылған тюльпандарҙың барыһы ла ситтән килтерелгән түгел, үҙебеҙҙә үҫтерелгәне лә бар икән. Шуға тюльпан һатып алыр алдынан, уның ҡайҙа үҫтрелгәне тураһында ла һорарға онотмағыҙ. Илизаның тюльпандары сибек кенә, нескә һабаҡлы түгел: эре сәскәле, йәм-йәшел япраҡлы, оҙаҡ һулымай торған гөл.

Илиза менән тормош иптәше Рөстәм тәүҙә бәләкәй теплицала тюльпандар үҫтерә. Байрам алдынан ғәҙәттә 20 мең тюльпан алып ултыртһалар, быйыл беренсе тапҡыр 8 мартҡа 170 мең төп тюльпан ултыртҡандар. Улар бына-бына сәскә атырға тора.

Ҙур һәм иркен теплицаны Илизаның тормош иптәше төҙөй. Теплицаны былтыр көҙ тамамлағандар. Ул заманса йыһазландырылған: һауа температураһын, дымлылыҡты бер кимәлдә тотоу мөһим, яҡтыртыу системаһын эшләргә лә кәрәк. Был ҡоролмаларҙың барыһы ла Рөстәмдең тырышлығы менән ҡуйылған. Ҙур һыуытҡыс та күп йыллыҡ сәскәләрҙе һаҡлау өсөн бик уңайлы итеп эшләнгән.

Тюльпандарҙың төрлөлөгө һәм сорттары менән дан тотҡан Голландиянан Илиза бер фура бүлбе ҡайтарта. Уларҙың һәр береһен бөртөкләп ултыртып сығыу үҙе күпме ваҡыт талап итә! Был осраҡта Илизаға ҡыҙы Азиза, әсәһе, һеңлеләре ярҙамға килә.

  • Иң тәүге тюльпандың сәскә атыуы беҙҙең өсөн оло байрам. Әлбиттә, һатыуҙы ойоштороу, өлгөрөрбөҙмө-юҡмы, сәскәләр төҫөн юғалтмаһын тип көйәбеҙ. Әммә 8 март алдынан бушап ҡалған теплица һәм һатып алыусыларҙан килгән рәхмәт һүҙҙәре бөтөн ауырлыҡты ҡул менән һыпырып ташлағандай була. Тик теплицала тюльпандарҙан бушағандан һуң, бер йыллыҡ сәскәләрҙең орлоҡтары сәселә. Уларҙың яҡынса 30 төрөн, күп йыллыҡ сәскәләрҙең 20 төрөн ултыртабыҙ, - тип һөйләй уңған Илиза.

Күптән түгел Иглин районы башлығы Гүзәл Насирова үткәргән “эшҡыуарлыҡ сәғәтендә” Илиза Мостафина ҡатнаша һәм үҙенең киләсәккә маҡсаттары менән уртаҡлаша. Тәмләткес үләндәр үҫтереп һатыу менән дә шөғөлләнергә теләй ул. Район хакимиәте башлығы эшҡыуарға “Агростартап” программаһында ҡатнашырға кәңәш биргән. Әгәр маҡсаттар тормошҡа ашһа, был Мостафиндарға тағы ла киңерәк ҡанат йәйеп эшләргә мөмкинлек бирәсәк.

Илиза Мостафина: https://vk.com/iliza73; https://www.instagram.com/svety_iliza/

 

фото Илиза Мостафинаның шәхси архивынан алынды.

“Кешеләргә бәхет өләшәм”
“Кешеләргә бәхет өләшәм”
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас