Иҡтисад
14 Февраль 2022, 13:00

Тышҡы реклама баҙарында тәртип урынлаша башланы

Электрон аукцион үҙенең ыңғай эшен күрһәтә. 

Тышҡы реклама баҙарында тәртип урынлаша башланыТышҡы реклама баҙарында тәртип урынлаша башланы
Тышҡы реклама баҙарында тәртип урынлаша башланы

Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә тышҡы реклама темаһына ҙур һөйләшеү булды. Доклад менән республиканың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев сығыш яһаны.

Әйтергә кәрәк, былтыр ҙа кәңәшмәләрҙең береһендә ошо тема күтәрелгәйне. Максим Ульчев әле ул саҡта ҡуйылған бурыстарҙың нисек үтәлеүе тураһында һөйләне. Беренсе бурыс – законһыҙ реклама конструкциялары менән көрәш ине. Етәксе белдереүенсә, ошо йүнәлештә 2021 йылдың туғыҙ айында башҡарылған эш һөҙөмтәһендә законһыҙ 304 конструкциялар 170-кә тиклем кәмегән (2020 йылда улар 2000-дән ашыу булған).

Бөгөн проблемалы урындар булып: Өфө ҡалаһы (40), Әбйәлил районы (33), Краснокама районы (32) ҡала. Сибай менән эш тә тойолорлоҡ һөҙөмтәләр биргән. Ә былтыр ҡала был исемлектә антилидер булған. “Беҙ ҡала хакимиәте менән берлектә урынлаштырыу схемаһын әҙерләнек, йәшерен зонанан 70-тән ашыу реклама конструкцияһын сығарҙыҡ”, – тине Максим Ульчев.

– Шулай уҡ һеҙҙең ҡушыуығыҙ буйынса, Радий Фәрит улы, уҙған йылдың июнендә муниципаль берәмек башлыҡтары менән семинарҙа тышҡы рекламаның иҡтисади һөҙөмтәлелеген күтәреү алымдары тураһында һөйләнек. 2021 йыл йомғаҡтары буйынса муниципалитеттар бюджеттарына 152 миллион һум (14 миллион һум) кергән. Сағыштырыу өсөн 2019 йылда – 121 млн. һум, 2020 йылда – 139 млн. һум. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙ тағы 30-35 миллион һумға иҫәп тотҡайныҡ, анализланыҡ, ике төп проблеманы күрәбеҙ: килешеүҙең ғәмәлдә булыу ваҡыты тамамланғас, оҙаҡ ваҡыт (йыл һәм унан күберәк) торгтар үткәрмәү (Әбйәлил районы (33), Краснокама районы (32) һәм сауҙа үткәреүҙең элекке ҡағиҙәләрен ҡулланыу, – тине агетлыҡ етәксеһе.

Максим Ульчев һүҙҙәренсә, бынан алда конкуренцияны үҫтереү буйынса “юл картаһын” тормошҡа ашырыу маҡсатында реклама конструкцияларын ҡуйыу өсөн сауҙа үткәреү тураһында яңыса положение әҙерләнгәйне. Унда процедураны уҙғарыуҙың төп принциптары нығытылған. Атап әйткәндә, электрон төрҙәге аукцион; документтар пакетының берҙәм өлгөһө; реклама конструкцияһы ҡуйған һәм ҡулланған өсөн берҙәм база ставкаһы; килешеү буйынса йыллыҡ түләүҙәрҙе иҫәпләүҙең берҙәм формулаһы; социаль рекламаны урынлаштырғанда юғары технологиялы конструкциялар өсөн түбәнәйтелгән коэффициент һәм “бюджет каникулдары” Һәм электрон аукцион үҙенең һөҙөмтәлелеген күп тапҡырҙар дәлилләп тә өлгөргән.

– Электрон аукциондарҙың һөҙөмтәлелеге раҫланыуын даими күрәбеҙ. Мәҫәлән, Өфөлә уҙған йылдың апрелендә ғәҙәти конкурс формаһында сауҙалашыуҙа бөтә лоттар буйынса ла ғаризалар алынманы һәм улар башланғыс хаҡ буйынса тиерлек һатылды. 2021 йылдың декабрендә электрон аукцион ойошторолдо, хаҡтың үҫеше өс тапҡырға етте, һөҙөмтәлә бюджетты 21 миллион һумға тулыландырҙылар. Аңлашыла, һандар ҙур түгел, ләкин һәр хәлдә был – муниципаль бюджеттарҙың килем өлөшө - тине Максим Ульчев.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Өфө-Аэропорт” трассаһында һәм башҡа ҡалаға илтеүсе юлдарҙа торған фанера реклама щиттарын алмаштырыу бурысы ҡуйҙы.

“Трассала технологик панелдәр торорға тейеш. Тейешле техник эш менән конкурстар үткәрергә, төп магистралдәргә аҡса һалырға әҙерҙәрҙе хеҙмәттәшлеккә йәлеп итергә кәрәк”, – тине Радий Хәбиров.

Фото: eng.ufacity.info

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас