Иҡтисад
15 Февраль 2022, 10:30

Был - бик етди һөҙөмтә

Былтыр республикала өс меңдән ашыу ирекле вакансия булған.

Был - бик етди һөҙөмтәБыл - бик етди һөҙөмтә
Был - бик етди һөҙөмтә

Һуңғы һигеҙ йылда беренсе тапҡыр Башҡортостанда халыҡтың миграция үҫеше күҙәтелде, был ыңғай күрһәткескә иҡтисади һәм социаль факторҙарҙың системалы йоғонтоһо һөҙөмтәһендә өлгәшелгән. Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты ректоры, иҡтисад фәндәре ректоры Азат Йәнгиров фекеренсә, быға иҡтисади факторҙар менән рәттән социаль факторҙар ҙа йоғонто яһай. Төбәктә урта һөнәри белемде әүҙем үҫтереү, World Skills  чемпионатын үткәреү, Евразия ғилми-белем биреү үҙәген булдырыу, Башҡортостандың “Приоритет-2030” программаһында еңеү кеүек социаль факторҙар ҙа булышлыҡ иткән.

– Беҙҙең абитуриенттар ситкә әҙерәк китеүе, төбәк уҡыу йорттарында ҡалыуы һиҙерлек күрһәткес. Әлбиттә, Башҡортостан юғары уҡыу йорттарында бюджет урындарының арттырылыуы ла йоғонто яһаны. Былар барыһы ла белем биреү миграцияһында яҡшы трамплин булды. Социаль факторҙар араһында тормош сифаты кеүек күрһәткесте лә билдәләр инем. Унда төҙөкләндереү ҙә, социаль һәм спорт объекттарының һаны ла иҫәпкә алына. Әйткәндәй, спорт объекттары иҫәбе буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында ғына түгел, ә дөйөм Рәсәй буйынса ла алға сыҡты. Был да тормош шарттары һәм, шул иҫәптән, республиканың йәлеп итеүсәнлеген булдыра, – тип уртаҡлашты Азат Йәнгиров.

Азат Вәзир улы билдәләүенсә, йыл һайын эш урындары арттырылыуы миграция үҫешенә йоғонто яһаған иҡтисади факторҙарҙың береһе. Былтыр республикала өс меңдән ашыу ирекле вакансия булған.

“Был бик етди һөҙөмтә. Аңлашыла, был беҙҙә тиҙ социаль-иҡтисади үҫешкән биләмәнең - “Алға” махсус иҡтисади зонаһының әүҙем эшләүе һөҙөмтәһе, унда резиденттарҙың, инвестиция һалыуҙарҙың әүҙем үҫеше күҙәтелә. Былар ҙа Башҡортостандың миграция йәлеп итеүсәнлегенә булышлыҡ итә”, – ти Азат Йәнгиров.

Фото: isi-rb.ru

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас