Иҡтисад
16 Февраль 2022, 02:43

Был ил менән хеҙмәттәшлек отошло

Төркиә менән Башҡортостан араһындағы иҡтисади бәйләнештәр ике яҡҡа ла кәрәк.

yandex.ru.yandex.ru.
Фото:yandex.ru.

Яңы йыл алдынан Өфөлә “Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы-2021” форумы уҙғарылыуы һәм унда беҙҙең республикалағы хеҙмәттәшлек менән ҡыҙыҡһынған төрөк эшҡыуарҙарының да ҡатнашыуы тураһында яҙғайныҡ инде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров беҙҙең төбәктең Төркиә менән үҙ-ара мөнәсәбәттәренә юғары баһа бирҙе.

 – Төркиә менән беҙҙең үҙ-ара мөнәсә­бәттәр һәр саҡ яҡшы булды, – тине Радий Фәрит улы, журналистарҙың Халыҡ-ара бизнес аҙналығы буйынса һорауҙарына яуап биреп. – Әммә хеҙмәттәшлектең иҡтисади ҡеүәте хатта 50 процентҡа ла файҙаланылмай. Был осраҡта төрөк эшҡыуарҙарының да, беҙҙең республика йүнселдәренең дә ошо хеҙмәттәшлекте нығытыу теләге ҙур. Бөгөн беҙ мөмкинлектәрҙе өйрәнәбеҙ һәм ике яҡҡа ла отошло булырлыҡ йүнәлештәрҙе эҙләйбеҙ. Төркиәнең ике ҙур компанияһы беҙҙең менән бергә күләмле проекттар өҫтөндә эшләй, ләкин, дөйөм алғанда, юлдың башындабыҙ ғына әле.

Төркиә тиҫтәләрсә йылдар Рәсәйҙең иң мөһим сауҙа-иҡтисади партнеры булып килә. Ике ил араһында сәйәси диалог яйға һалынған, төбәктәр араһындағы бәйлә­неш үҫә, халыҡ-ара майҙансыҡтарҙа хеҙмәттәшлек алып барыла, юғары ки­мәлдәге осрашыуҙар үткәрелә һәм ҙур инвестиция проекттары ғәмәлгә ашырыла.

“Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы-2021” сиктәрендәге диалогта ҡатнашыу­сылар раҫлауынса, Башҡортостан менән Төркиә араһындағы хеҙмәттәшлек тә йылдан-йыл киңәйә бара. Республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса министры Маргарита Болычева билдәләүенсә, төрөк делегацияһының Башҡортостанға сәфәрҙәре һәйбәт йолаға әүерелде.

– Башҡортостан менән Төркиә эш­ҡыуарҙарының үҙ-ара яҡын хеҙмәттәштәр булырға теләүе тышҡы иҡтисади йүнәлеш менән генә түгел, ә беҙҙең мәҙәни уртаҡлыҡ менән дә билдәләнә, – тине Маргарита Болычева. – Республикала төрөк бизнесмендары эшләй ҙә инде, Башҡортостан Хөкүмәте яғынан беҙ уларға уңайлы эш мөхите тыуҙырырға тырышабыҙ.

Министр, әле берлектә эш алып барылған инвестиция проекттары ошо йыл башында ҡул ҡуйырға әҙер булыр, тигән ышаныс белдерҙе. Бөгөн беҙҙең республика Рәсәй төбәктәре араһында Төркиәнән килгән субсидия күләме буйынса бишенсе урынды биләй. Маргарита Болычева быйыл Төркиә менән Башҡортостан араһындағы иҡтисади бәйләнештәрҙең нығына барасағын белдерҙе.

– Бындай ышанысҡа нигеҙ бар: былтыр  Рәсәй менән Төркиә араһындағы сау­ҙа әйләнеше, 2020 йыл менән са­ғыштырғанда, 52 процентҡа артты, – тине Рәсәйҙең Төркиәләге сауҙа вәкиле Айҙар Ғашиғуллин. Уның раҫлауынса, тап Башҡортостан ике яҡлы бәйләнештәр үҫешенең локомотивы булып тора. “Һис шикһеҙ, Башҡортостандың сәнәғәт һәм иҡтисади ҡеүәте Рәсәй менән Төркиәнең үҙ-ара мөнәсәбәттәре үҫешенә тағы ла ҙурыраҡ өлөш индерергә һәләтле”, – тине ул.

Сауҙа вәкиле раҫлауынса, яҡын киләсәктә әле булған бәйләнештәрҙе заман талап иткән шарттарға ҡулай­лаштырыу талап ителә, хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙең комплекслы һәм төрлө яҡлы юлдарын эҙләргә, сауҙа мөнәсәбәттәрен киңәйтеү мөмкинлектәрен анализларға кәрәк.

“Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы-2021” форумында ҡатнашыусыларҙың сығыштарынан күренеүенсә, яңы Рәсәй-төрөк предприятиелары асыу Башҡортос­тандың тышҡы бәйләнештәрен һәм эске иҡтисадын үҫтереүҙә өҫтәмә драйвер була ала.

– Хеҙмәттәшлекте үҫтереү һәм бер­лектәге киң башланғыстарҙы тормош­ҡа ашырыу өсөн ике яҡтың да эшлекле даирәләре араһындағы осрашыуҙар һәм һөйләшеүҙәрҙе әүҙемләштереү талап ителә, – тине сауҙа вәкиле.

Ул бизнес-диалогта ҡатнашыусы­ларҙың хәтеренә шуны төшөрҙө: 2019 йылда Рәсәй-Төркиә инвестиция фонды булдырылды, уны Рәсәй тура инвестициялар фонды менән Төркиә фонды финанслай. “Уның ресурстарын файҙа­ланырға мөмкин һәм хатта кәрәк тә”, – тине Айҙар Ғашиғуллин.

Рәсәй менән Төркиә араһындағы хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙең тағы бер мөһим йүнәлеше – үҙ-ара иҫәпләшеүҙе милли валюталарҙа башҡарыу. Шуның нигеҙендә бөгөн банк секторындағы берлектәге проекттар һаны ла арта бара.

– Ниндәй өмөтлө йүнәлештәрҙе үҫтерергә кәрәк, яңы майҙансыҡтарҙы – мәҫәлән, электрон сауҙалашыуҙы нисек әүҙемерәк үҫтерергә – был турала беҙ әленән үк уйлай башларға тейешбеҙ, – ти сауҙа вәкиле. – Төбәк-ара һәм муниципаль-ара бәйләнештәрҙең киләсәге ҙур икәнен дә онотмайыҡ. Мәскәү менән килешеүҙең 100 йыллығына Рәсәй һәм Төркиә пандемия арҡаһында барлыҡҡа килгән ауырлыҡтарҙы еңер, кәмендә элекке хеҙмәттәшлек кимәлен аяҡҡа баҫтырыр тип өмөтләнәбеҙ.

Ә пандемия, ысынлап та, Башҡорт­остандың тышҡы сауҙаһына ныҡ ҡына тәьҫир итте: 2020 йылда уның күләме 18 процентҡа кәмене, тип хәбәр итте Төркиәнең сауҙа атташеһы Исмәт Озкан. “Әммә 2021 йылда хәл экспортты үҫтереү иҫәбенә 30 процентҡа яҡшырҙы”, – тине ул. Атташе әйтеүенсә, төрөк ҡулла­ныусыларында айырыуса Башҡортос­танда етештерелгән машиналар эшләү һәм нефть химияһы тармаҡтарының продукцияһы ҙур һорау менән файҙалана.

Сауҙа атташеһы Башҡортостан менән сауҙа бәйләнештәрен пандемияға саҡлы кимәлгә еткереү өсөн саралар күрергә саҡырҙы. Шул иҫәптән – ошо йүнәлештә эшләгән компанияларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү юлы менән. “Химия сәнәғәте, туризм, ағас эшкәртеү предприятиелары, фармацевтика – партнерҙар яғынан хеҙмәттәшлек буйынса айырым ынтылыш талап иткән мөһим йүнәлештәр”, – тип билдәләне Исмәт Озкан.

Рәшит КӘЛИМУЛЛИН

Читайте нас