

Башҡортостанда “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһына быйыл 400 миллион һум бүленә. Ауыл халҡы өсөн бик кәрәкле булған был эштә Учалы районының Илсе ауыл хакимиәте лә әүҙем ҡатнаша.
Программаның маҡсаты – республика ҡаҙнаһының, муниципаль берекмәләр бюджеттарының финанс ресурстарына халыҡтың һәм ойошмаларҙың аҡсаһын да ҡушыу, уларҙы социаль әһәмиәтле проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлтеү. Халыҡҡа урындағы әһәмиәтле мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә һәм тупланған аҡсаны тотоноуҙағы өҫтөнлөклө йүнәлеште һайлауҙа ҡатнашыу мөмкинлеге биреү, был эште күмәкләп контролдә тотоу ошо программаның нигеҙен тәшкил итә.
Был механизмды файҙаланыу һөҙөмтәһендә Илсе ауыл советы биләмәһендә түбәндәге проекттар тормошҡа ашырылды:
– 2014 йылда Рысай ауылында зыярат кәртәләп алынған.
– 2015 йылда Илселәге быуа төҙөкләндерелгән.
– 2016 йылда Рысай урамдарындағы яҡтыртҡыстарға капиталь ремонт үткәрелгән.
– 2019 йылда Рысай ауылында ер аҫты янғын һүндереү резервуары ҡоролған.
– 2020 йылда Илсе урта мәктәбе биләмәһен уратҡан ҡойма капиталь ремонтланған.
– 2021 йылда Рысай ауылындағы яҡтыртҡыстар капиталь ремонтланған.
Бөтә был эштәрҙе халыҡ йыйылышта үҙе һайлап алды, башланғыстар менән дә ауыл кешеләре сығыш яһаны. Быйылғы 1 ғинуарға ҡарата ауыл хакимиәте дүрт йыйылыш уҙғарҙы, уларҙа 137 кеше ҡатнашты. Бынан тыш, 237 кеше анкета тултырыуға йәлеп ителде. Һуңғы йыйында тәүге сираттағы проблема итеп ауыл хакимиәте, почта бүлексәһе, ветеринария участкаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Илсе ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы, “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы һәм ауыл музейы урынлашҡан бинаның тәҙрәләрен, янғындан сығыу ишеген алмаштырыу кәрәклеге билдәләнде.
Зилә ТАҺИРОВА,
Илсе ауыл хакимиәте белгесе.
Учалы районы.