

Быйыл федераль бюджет эске туризмды үҫтереүгә 5 миллиард һум аҡса бүлә. “Турист кешбэгы”ның шарттары элеккесә ҡала: турисҡа тур йәки йәшәү хаҡынан 20 проценты кире ҡайтарыла, әммә ул 20 мең һумдан артыҡ була алмай. Юл хаҡын “Мир” картаһы менән түләргә кәрәк, өҫтәүенә, бер картанан бер нисә тур һатып алырға мөмкин.
– 18 ғинуарҙан бишенсе һатыу этабы башланды, ул 12 апрелгә тиклем дауам итә. 30 апрелгә тиклем теләһә ниндәй төбәккә сәйәхәт һайларға, навигация башланғандан алып һәм 1 июнгә тиклем круизға сығырға мөмкин, – тине Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Ринат Фәтҡуллин.
Дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, 2021 йылда Башҡортостан Рәсәйҙең “курорт булмаған төбәктәр”е араһында шифаханаларға һатылған юлламалар һаны буйынса беренсе урынға сыҡты. Программала 24 ҡунаҡхана һәм алты туроператор ҡатнашты. Башҡортостанға 120 тур бар ине, уларҙы илдең 63 туроператоры һатты.
2021 йылдың башынан Рәсәйҙә 1,7 миллион самаһы кеше ошо программанан файҙаланған. Улар 34 миллиард һумдан ашыу күләмдә турҙар һатып алған. Ял итеүселәрҙең картаһына 6,7 миллиард һум аҡса кире ҡайтарылған.
Быйыл Рәсәйҙә уҡыусылар өсөн туризмды популярлаштырыуға йүнәлтелгән яңы пилот программаһы ла башлана. Уның төп маҡсаты – сәйәхәттәр барышында балаларҙы тыуған яҡтың тарихы менән таныштырыу. Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин ошо маҡсатҡа 500 миллион һум бүлеү тураһындағы бойороҡҡа һәм төбәктәргә субсидиялар биреү ҡағиҙәләре хаҡында ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
Субсидиялар мәктәп йәшендәге балалар өсөн махсус әҙерләнгән турист пакеттарын тормошҡа ашырған 18 төбәккә бирелә. Улар иҫәбендә – Башҡортостан, Адыгей республикалары, Ставрополь крайы, Вологда, Калининград, Курск, Новгород, Сахалин, Силәбе, Ярославль өлкәләре һәм башҡа төбәктәр.
Федераль аҡса ошо программаға сығымдарҙы ҡапларға мөмкинлек бирә. Башҡортостанға 55,5 миллион һум йүнәлтелә. Хөкүмәт Рәйесе вице-премьер Дмитрий Чернышенкоға пилот программаһы үҫешһен, тағы ла күберәк төбәктәрҙе үҙ эсенә алһын өсөн уның эшен һөҙөмтәле рәүештә төҙөргә ҡушты.
Яңы программа “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проектына ярашлы ғәмәлгә ашырыла. Үҫеп килгән быуынға ял итеү өсөн шарттар булдырыу уның төп өҫтөнлөктәренең береһе булып тора.
Рәшит КӘЛИМУЛЛИН