Иҡтисад
16 Февраль 2022, 10:30

“Минең Өфөм” идарасыһы өмөттө аҡлармы?

Проект өфөләргә йорт биләмәһен тәртиптә тотоу буйынса финанс көсөргәнеште йомшартыуҙы күҙ уңында тота.

“Минең Өфөм”  идарасыһы өмөттө аҡлармы?“Минең Өфөм”  идарасыһы өмөттө аҡлармы?
“Минең Өфөм” идарасыһы өмөттө аҡлармы?

Өфө ҡала Советы ултырышында “Минең Өфөм” берҙәм идарасы компанияһы төҙөү тураһындағы мәсьәлә ҡаралды. Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Кирилл Чистяков әйтеүенсә, был ойошма баш ҡалала ихаталар, уйын һәм спорт майҙансыҡтары, яҡтыртыу объекттары торошон күҙәтәсәк.

Компания Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса төҙөлә. Ул яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт рәүешендә барлыҡҡа киләсәк, ҡала хакимиәте контролендә буласаҡ.

Ул бөлгөнлөк хәлендәге ҡала идарасы ойошмалары урынына күп ҡатлы йорттар менән идара итеү эшен ойоштороу буйынса алмашҡа киләсәк. Кирилл Чистяковтың әйтеүенсә,  “Минең Өфөм”  компанияһының маҡсаты табыш алыуҙы күҙ уңында тотмай. Ҡала халҡынан килгән аҡса күп ҡатлы йорттарҙы һәм уларҙың тирә-яғын хеҙмәтләндереүгә тотоноласаҡ. Предприятиеға финанс ярҙамы ҡала бюджетынан сығымдарҙы ҡаплауға  бүленгән субсидиялар рәүешендә  күрһәтеләсәк.

“Ҡала бюджетынан бүленгән аҡса средстволары балалар уйын майҙансыҡтарын, хоккей ҡаптарын, иллюминацияны, биналар фасадтарын яҡтыртыуҙы тәртиптә тотоуға йүнәлтеләсәк. Проект өфөләргә йорт биләмәһен тәртиптә тотоу буйынса финанс көсөргәнеште кәметеүҙе күҙ уңында тота. Ҡала бюджетында муниципаль милекте тотоуға һәм хеҙмәтләндереүгә 50 миллион һум тирәһе аҡса ҡаралған,” – тине ҡала Советы ултырышында Кирилл Чистяков.

 Олег Яровиков фотоһы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас