

Былтыр Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы республиканың өҫтөнлөклө социаль-иҡтисади үҫеш зоналарында (ТОСЭР) 31 резидентты теркәне, был 2020 йыл менән сағыштырғанда 29 процентҡа күберәк.
– Өҫтөнлөклө социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләренә йәлеп ителгән резиденттар һаны буйынса республика билдәләнгән федераль планды 24 процентҡа арттырып үтәне, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов. – Бөгөн ошондай биләмәләрҙә 99 предприятие-резидент эшләй. Был иһә Башҡортостанда инвестиция эшмәкәрлеге өсөн уңайлы мөхит тыуҙырылыуын раҫлай. 2021 йыл аҙағына ошондай биләмәләр резиденттары республика иҡтисадына 5,4 миллиард һум инвестицияланы, улар 3,6 мең өҫтәмә эш урыны булдырҙы.
Әлеге көнгә Башҡортостан өҫтөнлөклө үҫеш биләмәләрендә эшләргә йәлеп ителгән инвесторҙар һаны буйынса Рәсәйҙә икенсе урынды биләй. Бөгөн бында резидент булырға теләгән тағы ла 11 компанияның ғаризалары ҡарала һәм быйылғы йылдың тәүге яртыһында уларҙың ниәттәре тормошҡа ашыр, тип көтөлә.
Быйыл дөйөм күләме 52 миллиард һумдан ашыу булған һәм һигеҙ мең эш урыны булдырыуҙы күҙаллаған инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу эше дауам итәсәк. Инвесторҙарға беҙҙең республикала өҫтөнлөклө шарттар тыуҙырылып ҡына ҡалмай, инфраструктура уңайлыҡтары ла булдырыла: дүрт индустриаль парк ойошторолған, инвестиция майҙансыҡтары әҙерләнгән. “Шулай уҡ бер профилле муниципаль берекмәләрҙе үҫтереүгә федераль ярҙам сараларын йәлеп итеү эшен дә дауам итәсәкбеҙ”, – ти Рөстәм Моратов.
Иҡтисади нигеҙен бер предприятие тәшкил иткән район һәм ҡалалар бер профилле муниципалитеттар тип атала. Башҡортостанда ундайҙарға Учалы, Бәләбәй, Күмертау, Белорет һәм Благовещен ҡалалары ҡарай.
Махсус иҡтисади зоналарҙан тыш та Башҡортостанда инвестиция проекттары буйынса эш әүҙем дауам итә, өҫтөнлөклө булғандарына 278 инвестпроект индерелгән. Уларҙың дөйөм инвестиция күләме 894,6 миллиард һум тәшкил итә.
– Өҫтөнлөклө инвестиция проекты – инвесторҙарға ярҙам итеү буйынса Башҡортостанда 2011 йылдан бирле эшләп килгән механизм ул, – ти Рөстәм Моратов. – Махсус статус алыу инвесторҙарға табышҡа һәм мөлкәткә һалым ташламаларынан файҙаланыу, ер биләмәләрен һатыулашыу аша үтмәйенсә генә ҡуртымға алыу мөмкинлеге бирә. Бынан тыш, улар төбәк ҡаҙнаһынан субсидия алыу, проекттарҙы административ оҙата барыу форсатына эйә. Былтырғы туғыҙ айҙа инвесторҙарға ике миллиард һумлыҡ һалым ташламалары бирелде.
Рәшит КӘЛИМУЛЛИН