Иҡтисад
17 Февраль 2022, 12:30

Беҙҙең үҙәк – икенсе

Экспортлаусыларыбыҙ пандемия шарттарында яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә алды.

Беҙҙең үҙәк – икенсеБеҙҙең үҙәк – икенсе
Беҙҙең үҙәк – икенсе

Башҡортостандың Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге илдең башҡа төбәктәре араһында Рәсәй экспорт үҙәге төҙөгән рейтингта икенсе урын яуланы.

– 2021 йылдың ғинуар-октябрендә Башҡортостан Республикаһы экспортының дөйөм күләмендә сеймалға һәм энергетикаға ҡарамаған экспорт өлөшө 68 процентҡа тиклем артты, ошондай тауарҙар төркөмө менән тәьмин итеү 36,7 процентҡа үҫте (1,9 миллиард АҠШ доллары). Экспортлаусыларыбыҙ пандемия һәм донъя баҙарындағы ҡатмарлы хәл шарттарында яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә алды, тип тулы ышаныс менән әйтергә мөмкин, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

Уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса, Башҡортостандың Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге 674 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъектына 2700-ҙән ашыу хеҙмәт күрһәткән, шул иҫәптән 295 бәләкәй һәм урта бизнес предприятиеһы экспорт мәсьәләләре (йөк ташыу, сит ил баҙарын һайлау, сертификатлау, продукцияны тышҡы баҙарға сығарыу, таможня теркәүе, һалым һалыу, сит ил контрагентын тикшереү) буйынса 476 консультация алған. 95 эшҡыуарлыҡ ойошмаһы халыҡ-ара күсмә сараларҙа (14 күргәҙмәлә, ете бизнес-миссияла) ҡатнашҡан, 353-ө урта вебинар, оҫталыҡ дәрестәре һәм семинар кеүек сараларҙа белемен камиллаштырған.

Әйткәндәй, Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәктәре рейтингында беренсе урынды Мәскәү өлкәһе алды, өсөнсөлә – Омск өлкәһе. Әле илдең 82 төбәгендә ошондай үҙәктәр эшләй.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас