

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә шатлыҡлы яңылыҡ менән уртаҡлашты.
“Италияның “Делимобиль” каршерингы Өфөгә әйләнеп ҡайта. Пандемия башланғас, сикләүҙәр арҡаһында зыян күреүҙән ҡурҡып, ул беҙҙән киткәйне. Хәтерегеҙҙәлер, ул осорҙа барыбыҙ ҙа ҡурсаланыу тәртибен үтәп, өйҙә ултыра инек.
Дөйөм алғанда, хәл яйға һалына, һәм итальяндарҙың ҡарары быны раҫлай. Апрелдә “Делимобиль” республикала 500 машиналыҡ киңәйтелгән автопарк менән автомобилдәрҙе ҡуртымға биреү сервисын ғәмәлгә индерә. Был хаҡта былтыр уҡ – компанияға нигеҙ һалған һәм бер үк ваҡытта Италия – Рәсәй сауҙа палатаһы президенты булған Винцецо Трани менән осрашыу барышында уҡ һөйләшеп килешкәйнек.
Быларҙың барыһы ла республика халҡы өсөн уңайлыҡтар күҙлегенән ҙур әһәмиәткә эйә; ҡала урамдарында каршеринг машиналары уға йылдам модерн мегаполисы һыҙаттарын бирә, унда халыҡ-ара бизнес та үҙен уңайлы тоя. Был башҡа инвесторҙарҙы йәлеп итеү өсөн бик мөһим.
Хеҙмәт апрель башында, Италияның Рәсәйҙәге илсеһе Джорджо Стараченың төбәккә сәфәре осронда тормошҡа ашырыла башлай. Делегацияны Италияның бизнес-миссияһы оҙатып йөрөйәсәк. Уның вәкилдәре менән мотлаҡ яңы проекттарҙы ла тикшерербеҙ. Яҡын арала уларҙы мөмкин тиклем күберәк ғәмәлгә индереү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәкбеҙ.
Барығыҙға ла һаулыҡ!” – тип яҙған Андрей Назаров.
Фото: facebook.com/agnazarov
Сығанаҡ: facebook.com/agnazarov