Иҡтисад
17 Февраль 2022, 15:15

Төрөк инвесторҙары менән эш башланасаҡ

Улар Башҡортостанда нимә төҙөргә итә?

Төрөк инвесторҙары менән эш башланасаҡТөрөк инвесторҙары менән эш башланасаҡ
Төрөк инвесторҙары менән эш башланасаҡ

Бөгөн, 17 февралдә, Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Төркиә бизнесы вәкилдәре менән осрашты. Улар төбәктә пластик торбалар, плитәләр һәм профилдәр етештереү буйынса Sanica Pipe (Fatinoğlu холдингына инә) компанияһының инвестиция проектын тормошҡа ашырырға тәҡдим итте. Уны тикшереүҙә республиканың Инвестиция комитеты ағзалары ҡатнашты.

Осрашыу алдынан инвесторҙар Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы етәкселеге менән бергә Нефтекамалағы “Белкам” һәм Өфө районындағы “Өфө” индустриаль парктарында булды, уларҙың уңайлы урынлашыуын һәм үҫешкән инженер инфраструктураһын билдәләне. Сит ил делегацияһы ҡараған етештереү комплекстары төҙөү өсөн тағы бер потенциаль майҙансыҡ – “Алға” махсус иҡтисади зонаһы биләмәһе.

Осрашыу барышында "Fatinoğlu” холдингтың директорҙар советы рәйесе Несими Фатиноглу һөйләүенсә, “Sanica Pipe” компанияһының 2,4 миллиард һумлыҡ проекты акрил ванналарын, душ кабиналарын һәм йылытыу ҡорамалдарын этаплап әҙерләүҙе күҙ уңында тота. Уларҙы Рәсәй төбәктәренә, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренә оҙатыу планлаштырыла.

Төркиәнең “Niziplioğlu” холдингының (проект партнеры) идара рәйесе Кемаль Низиплиоглу делегация исеменән проектты әҙерләүҙә ярҙам күрһәткән өсөн республика етәкселегенә рәхмәт белдерҙе.

– Беҙ бөтә этаптарҙа ла ярҙам һәм иғтибар тоябыҙ, – тип билдәләне ул. – Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы менән хеҙмәттәшлектә производстволарҙы локалләштереүҙең иң ҡулай варианттарын билдәләнек.

Беренсе этапта торбалар етештереүгә 850 миллион һум аҡса һалынасаҡ, 120 яңы эш урыны булдырыласаҡ. Технологик линияны “Өфө” индустриаль паркы биләмәһендә урынлаштырыу планлаштырыла. Проекттың киләһе этаптары “Алға” махсус иҡтисади зонаһы майҙансыҡтарында ойошторола.

Осрашыуҙа ҡатнашыусылар производстволарҙы ресурстар һәм кадрҙар менән тәьмин итеүҙе, шулай уҡ әҙер тауарҙы мөмкин булған ҡулланыусылар баҙарын тикшерҙе.

Башҡортостан Башлығы Иҡтисади үҫеш министрлығына инвесторҙар менән берлектә яңы предприятиелар булдырыу буйынса юл картаһын әҙерләргә ҡушты.

– Был – бик ҙур инвестиция проекты, беҙ уны бөтә этаптарҙа ла оҙатып барырға әҙербеҙ, – тине Радий Хәбиров. – “Инвестиция сәғәте” ултырыштарында уны ғәмәлгә ашырыуҙың аралыҡ йомғаҡтарын даими ҡарау һәм килеп тыуған мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итеү мөһим.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас