

2021 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан ил төбәктәре араһында төҙөлөш тармағы алдынғылары иҫәбенә инде. Был турала Рәсәй Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы коллегияһы менән Дәүләт советының “Төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, ҡала мөхите” йүнәлеше буйынса комиссияһының берлектәге ултырышында Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин хәбәр итте. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ултырышта видеоконференция тәртибендә ҡатнашты.
– Былтыр беҙ 92,6 миллион квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшыра алдыҡ. Был илебеҙ, шул иҫәптән Советтар Союзы тарихында, иң юғары күрһәткес. 4,2 миллион ғаилә йәки 10 миллион кеше торлаҡ шарттарын яҡшыртты. Рәсәй Федерацияһы төбәктәре етәкселәренә системалы һәм көйлө эш өсөн рәхмәт белдерәм, – тине Марат Хөснуллин. – Беҙ һәр төбәктә өс йыл эсендә торлаҡты сафҡа индереү динамикаһын тикшерҙек. Беҙҙә йылдан-йыл ҙур уңышҡа тотороҡло өлгәшкән биләмәләр байтаҡ. Улар иҫәбендә Башҡортостан Республикаһы ла бар.
“Башҡортостанстат”тың яҡынса мәғлүмәттәре буйынса, былтыр республикала рекордлы торлаҡ күләме – 2,9 миллион квадрат метр сафҡа индерелгән. Унан алда иң юғары күрһәткескә – 2,69 миллион квадрат метрға – республика 2016 йылда өлгәшкәйне. Торлаҡты сафҡа индереү күләме буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында – етенсе, Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләй.
Былтыр республикала 11782 кеше торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға субсидия, социаль түләү рәүешендә 2,7 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамы алған. Башҡортостан халҡы 159,2 миллиард һумлыҡ 68 мең ипотека кредиты алған, был элгәре йылға ҡарағанда 26 процентҡа күберәк. Яңынан бирелгән ипотека торлаҡ кредиттары күләме буйынса республика Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләй.
2014 йылдан төбәктә торлаҡ өсөн аҡса туплау программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Ошо ваҡыт эсендә дүрт меңдән ашыу ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Программала ҡатнашҡан 5,5 мең кеше торлаҡ һатып алыуға аҡса туплауын дауам итә.
Былтыр республикала 2,7 мең кеше йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондынан күсерелгән. Бынан тыш, 2021 йылда Башҡортостанда намыҫһыҙ төҙөүселәрҙән зыян күргән өс мең кешенең хоҡуғы тергеҙелгән. Республикала 2024 йылға алданған өлөшсөләр мәсьәләһен тулыһынса хәл итеү планлаштырыла.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/150053.html
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/150053.html