Иҡтисад
18 Февраль 2022, 18:15

"Артабан да бергә эшләйәсәкбеҙ"

Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев Республикаға идара итеү үҙәгенә сәфәренә бәйле фекерҙәре менән уртаҡлашты.

"Артабан да бергә эшләйәсәкбеҙ""Артабан да бергә эшләйәсәкбеҙ"
"Артабан да бергә эшләйәсәкбеҙ"

Республикаға идара итеү үҙәге менән берҙәм хеҙмәттәшлек тураһында – сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.

"Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы шулай уҡ ҙур мәғлүмәттәр менән эшләй. Бөгөн ошо өлкәлә 45 меңдән ашыу предприятие бар, уларҙа хеҙмәт урындары күп булдырылған. Беҙҙең эш – мәғлүмәттәрҙе берләштереү, аналитика һәм тейешле һығымталар сығарыу.

Ошо йәһәттән Республикаға идара итеү үҙәге менән бергә эшләүебеҙҙең һөҙөмтәһе ҙур, сөнки ул ҙур мәғлүмәт базаһына һәм беҙгә кәрәкле хәбәргә эйә.

Үҙәкктең эшмәкәрлеген ҡарарға килгәндә төп маҡсатыбыҙ уның бурыстарын ентекле өйрәнеү, ниндәй йүнәлештәр барлығын аңлау ине. Иң мөһиме – беҙҙең министрлыҡта башҡарылғандар һөҙөмтәлерәк булһын өсөн үҙ-ара хеҙмәттәшлек нигеҙендә системалы эш булдырыу", – тине Алексей Гусев Республикаға идара итеү үҙәгенә сәфәренә бәйле фекерҙәре менән уртаҡлашып.

Фото: видеонан скриншот.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас