Иҡтисад
18 Февраль 2022, 03:28

Улар беҙгә һәр саҡ юл ыңғайы...

Башҡортостанда транспорт реформаһы уңышлы дауам итә.

bashinform.rubashinform.ru
Фото:bashinform.ru

Иҡтисадтың да, социаль өлкәләр һәм көнкүрештең дә нигеҙе транспорт икәне бәхәсһеҙ. Ул булмаһа, тормош туҡтап ҡаласаҡ. Шуға күрә уның да замандан артта ҡалмауы талап ителә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән ойошторолған транспорт реформаһының әүҙем тормошҡа ашырыла барыуының сәбәптәре нимәлә, артабан был йүнәлештә беҙҙе ниндәй үҙгәрештәр көтә?

Үткән аҙна аҙағында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң Октябрь районында шәхси эшҡыуар Фәнис Батыровтың транспорт компанияһы майҙансығында булды һәм пассажир автобустарының яңыртылған паркын ҡараны, ташыусыларҙың эше менән танышты.

Фәнис Батыров әйтеүенсә, республика етәксеһенең башланғысы менән ойошторолған транспорт реформаһы сиктәрендә компания 2021 йылда 45 яңы автобус һатып алған, тағы ла 18 автобус килеүе көтөлә. Улар иҫкергән “ПАЗ”-иктарҙы алмаштыра. Яңы техника хәҙерге заман хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирә һәм “Башҡортостан транспорты” бренды буйынса берҙәм стилдә биҙәлгән.

Радий Хәбиров яңы машиналар партияһының Ford Transit бәләкәй класлы автобустарының мөмкинлектәрен баһаланы. Был автобус 17 ултырғыслы, ә барлығы 25 кешене алып китә ала. Ул автономиялы йылытҡыс, ЭРА-ГЛОНАСС системаһы һәм ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеү терминалы менән йыһазландырылған.

Республика Башлығы ҡаланың тығыҙ маршруттарында эшләйәсәк ҙур класлы “МАЗ” автобустарын да ҡараны.

– Яңы техника ошо аҙнала уҡ эшләй башлаясаҡ, – тине Фәнис Батыров. – Беҙҙең Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы, ҡала хакимиәте менән раҫлатылған юл картаһына ярашлы, компанияға тағы ла 200 машинаны яңыртаһы бар.

Эшҡыуар әйтеүенсә, коллективта 500 кеше эшләй, уртаса эш хаҡы айына 50 мең һумдан 80 мең һумға тиклем тәшкил итә.

Радий Хәбиров эшҡыуарҙың иртәнге сәғәт биштән төнгө 12-гә хәтлем эшләгән диспетчер бүлмәһен дә ҡараны. Рейсҡа сығыр алдынан шоферҙар мотлаҡ медицина күҙәтеүе үтә. Майҙансыҡта үҙҙәрәнең автооҫтаханаһы, машина йыуыу урыны, уҡытыу-күнекмә класы һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн кафеһы бар.

– Батыровтың шәхси предприятиеһы – Өфөлә күптән эшләгән ҙур ташыусы. Транспорт реформаһы сиктәрендә беҙ яңы эш стандарттары булдырҙыҡ, һәм бөгөн шәхси эшҡыуарҙар ҙа уларға буйһонорға тейешле, – тине Радий Фәрит улы. – Кеше үҙенең компанияһын үҫтереүгә сығымдар түгә икән, тимәк, ул беҙгә ышана. Ә был бик мөһим.

Башҡортостан етәксеһе әйтеүенсә, республиканың транспорт инфраструктураһы бер нисә йыл элек кенә артта ҡалған хәлдә ине, автобустар паркы масштаблы яңыртыу талап итте. Транспорт реформаһы хәлде яҡшы яҡҡа үҙгәртә башланы.

– Бөгөн беҙ Волга буйы федераль округындағы иң яңы автобус паркына эйә, машиналарҙың  уртаса йәше өс-дүрт йыл ғына, – тине ул. – Халыҡтан килгән мөрәжәғәттәрҙә пассажир автобустарының хәрәкәте даими булмауына зарланыу ҡала әле. Был бурысты хәл итеү өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ, шул иҫәптән – техник ҡарарҙар һәм мәғлүмәт системаларын индереү юлы менән.

Александр БУЛУШЕВ, Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры:

– Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы, юлдарҙағы автомобиль хәрәкәтен фотовидеотеркәү буйынса стационар комплекстар һаны 1 мартҡа саҡлы 1 815 берәмеккә етергә тейешле, был 2020 йыл күрһәткесенән 79 процентҡа күберәк. Быйылғы тәүге айҙа ғына ла бындай камералар һаны 330 берәмеккә артты.

Анализ күрһәтеүенсә, был – водителдәрҙе юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һәм тиҙлек режимын күҙәтергә мәжбүр итергә һәләтле күп булмаған сараларҙың береһе. Былтыр августан алып камералар ҡуйылған урындарҙа юл һәләкәте ваҡиғалары 4,1 процентҡа кәмене, уларҙағы үлем осраҡтары – 3,2, йәрәхәт алыуҙар һаны алты процентҡа аҙайҙы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: автоматик фотовидеотеркәү комплекстары ҡуйылған урындар һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләренең боҙолоуы тураһындағы мәғлүмәтте республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы, шулай уҡ Башҡортостандың Юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәгендә алырға мөмкин.

Рәшит КӘЛИМУЛЛИН 

Читайте нас