Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Февраль 2022, 15:15

Һалым керемдәре арта

Былтыр Башҡортостандың йыйылма бюджетына һалым керемдәре өстән бер өлөшкә артҡан.

Һалым керемдәре арта
Һалым керемдәре арта

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Денис Марясев сығыш яһаны һәм 2021 йылда ведомство эшмәкәрлегенә йомғаҡтар яһаны. Уның белдереүенсә, Башҡортостандың йыйылма бюджетына һалым керемдәре өстән бер өлөшкә артҡан.

Дөйөм алғанда, 2021 йылда Башҡортостан биләмәһендә бөтә кимәлдәге бюджеттарға 393 миллиард һум һалым индерелгән. 2020 йыл менән сағыштырғанда, һалым керемдәре 6,3% йәки 23,186 миллиард һумға артҡан.

– Башҡортостандың йыйылма бюджетына 169,587 миллиард һум ингән. 2020 йыл менән сағыштырғанда, керемдәр 29,8 процентҡа, йәки 39 миллиард һумға артҡан, – тине Денис Марясев.

Шуның менән бергә төбәктең йыйылма бюджетына ингән керемдәр НДФЛ (39,7%), ойошмалар табышына һалым (36,9%), ойошмалар милкенә һалым (6,3%), һалым һалыуҙың ябайлаштырылған системаһы (5,9%), акциздар (4,5%), транспорт (2,3%) һәм ер (1,5%) һалымдары буйынса тәьмин ителгән.

Ғәҙәттәгесә, республика йыйылма бюджетының һалым килемдәренең төп өлөшөн – 70 процентҡа тиклем – нефть сығарыу һәм эшкәртеү, сауҙа, транспорт һәм сәнәғәт секторының эре ойошмалары формалаштыра. Бюджеттың табыш өлөшөнөң ярайһы уҡ өлөшө, яҡынса 20 проценты, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарынан керемдәр менән тәьмин ителгән.

Бөгөн Федераль һалым хеҙмәте сайтында физик берәмектәр өсөн Шәхси кабинетты Башҡортостанда йәшәгән миллиондан ашыу кеше ҡуллана. Денис Марясев белдереүенсә, Башҡортостан һалым органдарының сервисы эше һәйбәт ойошторолған.  

Уның фекеренсә, беҙҙә һалым түләүселәрҙең һалым органдары менән контактһыҙ эш итеү мөмкинлеге киң тормошҡа ашырылған. Әлеге ваҡытта Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтында 70-тән ашыу электрон сервис бар. Улар теләһә ниндәй хәлгә тиерлек ҡағыла һәм һалым инспекцияһына бармайынса килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкинлек бирә.

– Һалым түләүселәрҙең бөтә категориялары өсөн шәхси кабинеттар линейкаһы айырыуса ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Мәҫәлән, физик шәхестәр өсөн Шәхси кабинетта миллиондан ашыу кеше теркәлгән, – тине Денис Марясев. – Физик берәмектәрҙең килеменә һалым буйынса һалым ҡайтармаларының айырым төрҙәрен декларацияһыҙ алыу тормошҡа ашырылды. Мөлкәт һалымын иҫәпләгәндә, әүҙем форматта, йәғни һалым түләүселәрҙең ғаризаһы менән мөрәжәғәт итмәйенсә, 2,7 миллиондан ашыу гражданға льготалар бирелгән.

Фото: nalog.gov.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: