Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Февраль 2022, 22:30

Беҙ - газ тултырыу станциялары һаны буйынса илдә беренсе

Әммә артта ҡалған 32 ҡала һәм район бар.

Беҙ - газ тултырыу станциялары һаны буйынса илдә беренсе
Беҙ - газ тултырыу станциялары һаны буйынса илдә беренсе

2021 йыл йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан Ростов өлкәһе менән бергә автомобилгә газ тултырыу компрессор станциялары һаны буйынса Рәсәйҙә беренсе урынды биләй. Был хаҡта республиканың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

Башҡортостанда бөтәһе 41 автомобилгә газ тултырыу компрессор станцияһы эшләй, уларҙың 17-һе – “Газпром” асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм 16-һы – шәхси инвесторҙар. Тағы һигеҙ яғыулыҡ ҡойоу пункты “Газпром” предприятиеларының үҙ ихтыяждарын тәьмин итеү өсөн тәғәйенләнгән.

2021 йылда республикала ун автомобилгә газ тултырыу компрессор станцияһы асылды: Өфө ҡалаһы, Өфө һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында – икешәр, Дүртөйлө, Кушнаренко, Әлшәй, Илеш райондарында – берәр. Шулай уҡ өс яғыулыҡ ҡойоу пункты сафҡа индерелде.

Былтыр йыл аҙағында Башҡортостан Хөкүмәте, Рәсәй Энергетика министрлығы алдағы өс йылға газ-мотор яғыулығын үҫтереү өлкәһендә маҡсатлы күрһәткестәр буйынса яңы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Шулай, 2022 йылда федераль министрлыҡ республикала тағы ун автомобилгә газ тултырыу компрессор станцияһы төҙөүҙә ярҙам итәсәк, уларҙа илебеҙҙә етештерелгән ҡорамалдар файҙаланыла. Потенциаль инвесторҙар заправка станцияларын баш ҡала эсендә, шулай уҡ М-5 һәм М-7 федераль трассалары эргәһендәге ауылдарҙа урынлаштырырға теләй.

2022 йылдың ғинуарында республика делегацияһы Үзбәкстанға барҙы, унда ҡыҫылған тәбиғи газ өсөн баллон ҡорамалдары етештереү заводында булды, тип хәбәр итте Александр Шельдяев. Йыл һайын унда 120 мең самаһы баллон сығарыла. Үзбәк инвесторҙары “Благовещен” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә газ баллондары етештереү буйынса бер миллиард һумлыҡ инвестиция проектын ғәмәлгә ашырырға, шулай уҡ Өфөлә һәм М-5, М-7 федераль автомобиль юлдарында биш яңы күп послы станцияны файҙаланыуға тапшырыуҙы тәьмин итергә әҙер.

Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев автомобилдәрҙе тәбиғи газға йыһазландырыу программаһы сиктәрендә эшҡыуарҙарҙың транспорт хужаһына ташлама биреүе, һуңынан ташлама өсөн субсидия һорап мөрәжәғәт итеүе хаҡында һөйләне. 2021 йылда ошо маҡсатҡа федераль һәм республика бюджеттарынан 53,1 миллион һум йүнәлтелгән. Был 1 021 автомобилде метанға үҙгәртеп ҡорорға мөмкинлек биргән. 2022 йылда субсидиялар биреүгә 58,4 миллион һум бүленә.

Бынан тыш, автотранспорт хужалары “Газпром”дың маркетинг программаһы сиктәрендә ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә. Уның күләме автомобилде метанға күсереү хаҡынан тағы 30 процентҡа тиклем тәшкил итә.

Башҡортостанда шулай уҡ тәбиғи газда йөрөгән транспорт сараларына ҡарата транспорт һалымы буйынса 50 процент ташлама биреү тураһында закон ғәмәлдә.

Александр Булушев белдереүенсә, Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса республиканың Транспорт министрлығы автотранспортты метанға күсереү буйынса муниципалитеттарҙағы хәлгә анализ яһаған. Тикшеренеү күрһәтеүенсә, Өфөлә, Күмертауҙа, Мәләүездә, Стәрлетамаҡта һәм Салауатта был эш юғары кимәлдә ойошторолған. Тағы 26 муниципаль берәмектә техниканы газ-мотор яғыулығы итеп үҙгәртеп ҡороу менән әүҙем шөғөлләнәләр. Ә 32 ҡалала һәм районда эш алып барылмай тиерлек. Сәбәбе – автомобилгә газ тултырыу компрессор станцияларының алыҫлығы йәки булмауы.

Ғәмәлдәге автомобилгә газ тултырыу компрессор станцияларын тәьмин итеү Башҡортостанда газ-мотор яғыулығы баҙарын үҫтереүҙең мөһим мәсьәләһе булып тора. Республиканың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев билдәләүенсә, төҙөлөш урынын һайлағанда инвесторҙар тәү сиратта ошоға иғтибар итә. Һәм муниципалитеттарҙың әүҙемлеге бында ҙур роль уйнай. Үкенескә күрә, ҡала һәм район башлыҡтары был тема менән шөғөлләнмәй, был иһә автомобилгә газ тултырыу компрессор станцияларының тулы ҡеүәтенә эшләмәүенә, шул рәүешле инвесторҙың зыян күреүенә килтерә.

– Беҙ автомобилгә газ тултырыу компрессор станцияларын төҙөү буйынса яҡшы динамикаға өлгәштек. Был эшкә шәхси инвесторҙар ҙа ҡушыла. Әммә барлыҡ ҡала-райондарҙың да техниканы газға күсереү менән шөғөлләнмәүе борсой. Транспорт министры әйткән 32 муниципалитет башлығының эшен ошо йәһәттән “насар” тип баһалайым, – тине Радий Хәбиров. – Ноябргә тиклем хәлде ыңғай яҡҡа үҙгәртеүегеҙҙе һорайым, юғиһә автомобилгә газ тултырыу компрессор станциялары селтәрен булдырыу буйынса бөтә тырышлығыбыҙ ҙа һөҙөмтәле булмаясаҡ. Автотранспортты метанға күсереүҙең лицензиялы уңайлы системаһын булдырыу ҙа мөһим. Тәбиғәт газының киләсәге булыуын һәр кем аңлай.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: