Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Февраль 2022, 11:00

Реформаның икенсе этабы башланды

Башҡортостандағы транспорт реформаһы барышы хаҡында гәзитебеҙ һәм сайт даими хәбәр итеп бара.  Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңыраҡ был реформаның икенсе этабы башланыуы хаҡында иғлан итте. Ниндәй үҙгәрештәр көтөлә?   

Реформаның икенсе этабы башланды
Реформаның икенсе этабы башланды

 

Башҡортостандағы транспорт реформаһы барышы хаҡында гәзитебеҙ һәм сайт даими хәбәр итеп бара.  Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңыраҡ был реформаның икенсе этабы башланыуы хаҡында иғлан итте. Ниндәй үҙгәрештәр көтөлә?   

Йәмәғәт транспорты Башҡортостан, бигерәк тә Өфө ҡалаһы өсөн күптәнге проблемаларҙың береһе. Автобус хужаларының, отошло маршруттар өсөн талашып, бер-береһенә ҡарата ҡорал ҡулланыуға  барып етеүен (мәҫәлән, Иглин районындағы ошондай хәл ҙур шау-шыу тыуҙырғайны), юлда бер-береһен ҡыҫырыҡлауын һәм шул арҡала юлда бик йыш авариялы хәл тыуҙырыуын яҡшы хәтерләйбеҙ. Өфө иҫке-моҫҡо, ҡойолоп төшөп барған автобустар ҡалаһына әйләнә барған саҡтарҙы ла беләбеҙ, беҙ был дәүерҙең шаһиты булдыҡ. Йәмәғәт транспорты хужаларының пассажирҙарҙан ҡулаҡса ғына түләтеүе һәм  ҡаҙнаға һалым тапшырмауы, криминаль схемалар менән файҙаланыуы тураһында әйтеп тораһы ла юҡ.

Реформа башланғаны бирле ябай пассажир өсөн бер төп үҙгәреш булды – иҫке, һыуыҡ, төтөн еҫе менән тулған ПАЗиктар яңы, заманса автобустар менән алышынды. Ә бына туҡталышта ҡайһы саҡ сәғәттәр буйы транспорт көтөү әле булһа ғәҙәти күренеш. Тимәк реформаның уңышлы башҡарылып сығыуы тураһында әйтергә иртәрәк әле.

Был тармаҡта тағы ла ниндәй үҙгәрештәр көтөлә? 

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң Октябрь районында шәхси эшҡыуар Фәнис Батыровтың транспорт компанияһы майҙансығында булып, пассажир ташыусының эше менән танышыуы, автобустарҙың яңыртылған паркын ҡарауы тураһында ҡыҫҡаса хәбәр иткәйнек инде. 2001 йылдан алып пассажир ташыу эше менән шөғөлләнгән Фәнис Батыровтың әйтеүенсә, республика етәксеһенең башланғысы менән ойошторолған транспорт реформаһы сиктәрендә компания 2021 йылда 45 яңы автобус һатып алған. Ошо арала тағы ла 18 машинаның килеүе көтөлә. Улар иҫкергән "ПАЗ"дарҙы алыштырасаҡ. Яңы техника заманса хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирә, автоном йылытыу һәм ЭРА-ГЛОНАСС системалары, ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеү терминалы менән йыһазландырылған, "Башҡортостан транспорты" брендына ярашлы берҙәм стилдә биҙәлгән. "Ford Transit", "МАЗ" автобустары был аҙнала эшләй башлаясаҡ. Юл картаһына ярашлы, Фәнис Батыровтың компанияһы тағы ла 200 машинаны алыштырасаҡ. Компанияла 500 кеше эшләй, водителдәрҙең уртаса эш хаҡы айына 50-80 мең һум.

Компанияның диспетчер хеҙмәте иртәнге сәғәт биштән алып төнгө ун икегә тиклем эшләй. Водителдәр рейс алдынан мотлаҡ медицина тикшереүен үтә. Майҙансыҡта  автооҫтахана, автойыуыу, уҡыу-күнекмә класы, хеҙмәткәрҙәр өсөн кафе бар.

“Батыровтың шәхси предприятиеһы – Өфөлә күптәнән эшләгән ҙур ташыусы. Транспорт реформаһы сиктәрендә беҙ яңы эш стандарттары булдырҙыҡ, уларҙы шәхси эшҡыуарҙар ҙа үтәргә тейеш”, – тине Радий Хәбиров. – Кеше үҙенең компанияһын үҫтереүгә аҡса һала икән, уның беҙгә ышаныуын аңлайһың. Был бик мөһим”.

Башҡортостан Башлығы, төбәктең транспорт инфраструктураһы бер нисә йыл элек ауыр хәлдә ине, автобустар паркы масштаблы яңыртыуҙы талап итте, тип өҫтәне. Транспорт реформаһын тормошҡа ашырыу хәлде яҡшы яҡҡа үҙгәртте.

“Бөгөн Волга буйы федераль округындағы иң яңы автобус паркы беҙҙә. Машиналарҙың уртаса йәше - өс-дүрт йыл, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Халыҡ пассажир автобустарының хәрәкәте даими булмауына зарлана. Был мәсьәләне лә хәл итеү өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ”.

Транспорт реформаһы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ошо вазифалағы иң тәүге башланғыстарының береһе булып тора. “Бында ниндәйҙер Техасмы әллә?” – был киң билдәлелек алған ошо һүҙҙәрен ул 2018 йылдың 15 октябрендә әйткәйне.  Шул уҡ көндә ул пассажирҙар ташыу баҙарының элеккесә булмаясағын белдерҙе.

Ә был саҡта хәл ярайһы уҡ ҡатмарлы ине. Өфөнөң транспорт баҙарында, мәҫәлән, шәхси ташыусылар өҫтөнлөк итте, улар иң ҙур һорау менән файҙаланған маршруттарҙы биләп алғайны. Улар файҙаланған иҫке "ПАЗ"дарҙы күптән йөрөтөүҙән туҡтатыу талап ителә ине. Ҙур автобустарға ҡытлыҡ ҙур булды. Республика райондары халҡы хатта дауаханаға ла барыуҙың ҡыйынлашыуы тураһында зарланды – дәүләт транспорт хеҙмәтләндереүе туҡтатылған, ә шәхси автобустар үҙҙәре теләгәнсә генә йөрөй. Халыҡ күп йөрөгән һәм килемле маршруттарҙа шәхси ташыусылар дәүләт автобустарын ҡыҫырыҡлап сығарып бөтә яҙғайны, шул маҡсатта улар юлда көн дә хәүефле уҙыштар ойошторҙо. Юл-транспорт ваҡиғаһы була ҡалғанда страховка хоҡуғы биргән билет пассажирҙарға бөтөнләй бирелмәй ине. Бының сәбәптәре асыҡ, әлбиттә: кеше ташыуҙан йылына 1,5 миллиард һум самаһы аҡса һалымдан йәшереп алып ҡалына ине.

“Транспорт реформаһы буйынса проекттар бығаса юҡ ине тип әйтеп тә булмай, һуңғыһы биш-алты йыл самаһы уйланылғайны, ләкин беҙ уны тикшергәндән һуң шуны асыҡланыҡ – улар барыһы ла ниндәй ҙә булһа сәнәғәт холдингы мәнфәғәттәренә яуап биреү маҡсатын ҡуйғайны, – ти республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев. – Әммә транспорт реформаһы бөтәһенең дә мәнфәғәттәренә яуап бирә алырлыҡ булырға тейешле: ташыусыларҙың да, ҡала халҡының да”. 

Был баҙарҙы тулыһынса легалләштереү еңел түгел, әлбиттә, сөнки рәсми ташыусы рөхсәтһеҙ автобус йөрөтөүсенән һәр саҡ отола. Сәбәптәре асыҡ: “күләгәлә” эшләгән маршруттарҙың социаль йөкләмәһе юҡ – рәсми теркәлмәй һәм “аҡ” эш хаҡы алмаған шоферҙар алдында ла, түләү хаҡы һәм хәрәкәт интервалы буйынса бер ниндәй гарантия ала алмаған пассажирҙар өсөн дә. Рөхсәтһеҙ эшләгәндәрҙең һалым органдары алдында финанс йөкләмәһе лә юҡ, ул яңы автобус һатып алыу менән дә ҡыҙыҡһынмай.

Был реформаға бағышланған кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, матди-техник базаны нығытыу һәм йөрөгән өсөн түләүҙе “Алға” берҙәм картаһы аша легаллаштереү буйынса маҡсаттарға ирешкәндән һуң сираттағы бурыс алдыбыҙға баҫты: автобустарҙың тейешле интервалды күҙәтеп даими хәрәкәт итеүенә өлгәшеү.

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2017 йылда республиканың пассажирҙар ташыу өлкәһендә 2 410 автобус (340 ҙур класлы, 1,3 мең бәләкәй класлы һәм 770 ПАЗ автобустары) эшләһә, 2022 йыл башына был баҙарҙа 1050 автобус (шуның 414-те “Башавтотранс” дәүләт ташыусыһыныҡы, 636-һы – пассажирҙар ташырға рөхсәте булған шәхси автобустар) хәрәкәт итә башланы. 2017 йылда автобустар 282 миллион кешене ташыһа, 2021 йылда пассажирҙар һаны 223,1 миллион кеше тәшкил итте. Автопарктың һәм пассажирҙар ағымы кәмеүе пандемия сикләүҙәре менән генә түгел, ә рөхсәтһеҙ ташыу баҙарын бөтөрөү менән дә аңлатыла.

Фото: bashinform.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: