Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Февраль 2022, 19:45

Алда ҙур эш көтә

Башҡортостан менән Үзбәкстан етәкселәре нимә тураһында килеште?

Алда ҙур эш көтә
Алда ҙур эш көтә

Бөгөн, 24 февралдә, Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Үзбәкстандың Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Ботиржон Асадов менән осрашты. Яҡтар иҡтисадта, гуманитар һәм социаль өлкәләрҙә хеҙмәттәшлекте нығытыу мөмкинлектәрен тикшерҙе.

Радий Хәбиров Үзбәкстан менән Башҡортостан бизнесының үҙ-ара уңышлы эш итеүен, шулай уҡ берлектәге инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуҙың юғары потенциалын билдәләне.

Ике яҡлы сауҙа әйләнеше күләме буйынса Үзбәкстан Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәре араһында Башҡортостандың тышҡы иҡтисади партнерҙары араһында өсөнсө урынды биләй.

– Беҙгә мәҙәниәт йәһәтенән бик яҡын был республика. Иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең бөтә тармаҡтарында ла ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе үҫтерергә теләйбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Коронавирус пандемияһы ҡыҙған осорҙа предприятиеларығыҙ Башҡортостанға марля битлектәр етештереү өсөн сеймал килтергәнгә рәхмәтлебеҙ. Ауыр ваҡытта шулай булырға тейеш. Беҙҙең уртаҡ бурыс – үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлекте үҫтереү, нығытыу. Тейешле юл карталарын әҙерләргә һәм ҡул ҡуйырға әҙер.

2022 йылдың ғинуарында республика делегацияһы Үзбәкстандың Наманган өлкәһендә булып ҡайтты, тине Башҡортостан Башлығы. Бизнес-миссияла ҡатнашыусылар ҡыҫылған тәбиғи газ өсөн баллон ҡорамалдары етештереү заводында булды. Йыл һайын унда 120 мең самаһы баллон сығарыла. Үзбәк инвесторҙары “Благовещен” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә газ баллондары етештереү буйынса бер миллиард һумлыҡ инвестиция проектын ғәмәлгә ашырырға, шулай уҡ Өфөлә, М-5, М-7 федераль автомобиль юлдарында биш яңы күп послы станцияны файҙаланыуға тапшырыуҙы тәьмин итергә әҙер.

– Башҡортостанға илебеҙҙә бик йылы ҡарашталар, – тине Үзбәкстан Илсеһе Ботиржон Асадов. – Беҙ һеҙҙең республиканан Үзбәкстанда COVID-19 сирен дауаларға ярҙам иткән 30 табипҡа рәхмәтлебеҙ. Һеҙҙең эшлекле кәйефегеҙ беҙҙе дәртләндерә, республикаларыбыҙ араһында сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙе үҫтереү өсөн өҫтәмә стимул булдыра. Бының өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Кисә Өфө дәүләт нефть техник университетында булдым, унда ғилми-белем биреү өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса пландар билдәләнек.

Радий Хәбиров менән Ботиржон Асадов Башҡортостан рәсми делегацияһының 2022 йылдың майында Үзбәкстанға сәфәре мөмкинлектәрен тикшерҙе. Унда төбәктең инвестиция ҡеүәте менән таныштырыу, ике яҡлы килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу күҙаллана.

Яҡтар Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһында ике республика эшҡыуарҙарының осрашыуҙары һәм фекер алышыуҙар өсөн даими эшләгән майҙансыҡ ойошторорға, шулай уҡ Федераль һауа транспорты агентлығы менән килешеү буйынса 2022 йылда Өфө - Ташкент маршруты буйынса тура авиарейс асырға планлаштырҙы.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: