Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Февраль 2022, 21:30

Ауыл хужалығындағы яңы проекттар ҡаралды

Ейәнсуралар - малсылыҡты, бөрөләр йәшелсәселекте үҫтерә.

Ауыл хужалығындағы яңы проекттар ҡаралды
Ауыл хужалығындағы яңы проекттар ҡаралды

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Инвестиция сәғәте” тәртибендә тематик кәңәшмә үткәрҙе. Унда агросәнәғәт комплексындағы яңы проекттар тикшерелде.

“Яңы Петровка” крәҫтиән хужалығы директоры Михаил Долгов Ейәнсура районында малсылыҡ комплексын һәм йәш мал үҫтереү майҙансыҡтарын яңыртыу проекты менән таныштырҙы. Ферманы модернизациялауға инвестор миллион һум аҡса йүнәлтергә ниәтләй. Унда малсылыҡ биналары төҙөү, ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдар һатып алыу, шулай уҡ мал һанын арттырыу күҙаллана. Һөҙөмтәлә йылына 2,5 мең тонна һөт етештереү планлаштырыла.

Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса инвесторға тоҡомло мал һатып алыуға сығымдың бер өлөшөн ҡаплайҙар, шулай уҡ хужалыҡты үҫтереү өсөн льготалы кредит алыуҙа ярҙам итәсәктәр.

“Евразия” агропаркы ойоштороусыһының урынбаҫары Имиль Каршиев Өфө районында ауыл хужалығы продукцияһы, шул иҫәптән йәшелсә, емеш-еләк һаҡлау, эшкәртеү һәм һатыу буйынса күмәртә-логистика үҙәген төҙөү концепцияһы тураһында һөйләне. Йәшелсә, емеш һаҡлағыстың дөйөм майҙаны 35 мең квадрат метр самаһы тәшкил итәсәк, тағы ла ун мең квадрат метрҙы сауҙа үҙәге биләйәсәк. Биләмәлә шулай уҡ кросдоктар, аҙ күмәртә сауҙаһы биналарын һәм ҡунаҡхана төҙөү планлаштырыла. Проектҡа бөтәһе 4,6 миллиард һум аҡса йүнәлтеү ҡарала.

Республика Башлығы тәҡдим ителгән концепцияны хупланы. Ул Өфө районы хакимиәтенә инвестор менән берлектә үҙәк төҙөү өсөн ҡулай ер участкаһы һайларға ҡушты.

“А7 Менеджмент” яуаплылығы сикләнгән йәмғитенең генераль директоры Алексей Комаровских Бөрө районында иген һәм йәшелсә культуралары үҫтереү, эшкәртеү һәм һаҡлау буйынса заманса комплекс асыу планы менән уртаҡлашты. Атап әйткәндә, йәшелсә һаҡлағыс, иген киптереү комплексы, һуғарыу системалары, ауыл хужалығы машиналарын хеҙмәтләндереү һәм йүнәтеү буйынса сервис үҙәге төҙөү, шулай уҡ технологик ҡорамалдар, кәрәк-яраҡ һатып алыу хаҡында һүҙ бара.

Проектҡа 2028 йылға тиклем этаплап 2,1 миллиард һум инвестиция йүнәлтеү ҡарала. Һөҙөмтәлә бында 120-нән ашыу яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Әле “А7” компаниялар төркөмө белгестәре яңы объекттарҙы проектлай башлаған һәм ҡорамалдар менән тәьмин итеү йәһәтенән һөйләшеүҙәр алып бара.

Башҡортостандың Инвестиция комитеты проектҡа һуғарыу системаһы һәм эшкәртеү комплекстары төҙөүгә, йәнә инженерлыҡ инфраструктураһы булдырыуға субсидия бүлергә ҡарар итте.

– Проект – Бөрө районындағы иң ҙур ауыл хужалығы проекттарының береһе, – тине Радий Хәбиров. – Уға һәр йәһәттән ярҙам күрһәтеү һәм барлыҡҡа килгән мәсьәләләрҙе йылдам хәл итеү мөһим.

Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/150341.html

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/150341.html

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: