Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Февраль 2022, 20:30

"Беҙҙең уртаҡ яҡтар күп"

2021 йыл йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан менән Үзбәкстан араһында тауар әйләнеше 113 миллион доллар тәшкил иткән.

"Беҙҙең уртаҡ яҡтар күп"
"Беҙҙең уртаҡ яҡтар күп"

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Үзбәкстандың Рәсәйҙәге илсеһе Ботиржон Асадов менән осрашты. Был турала ул социаль селтәрҙәрҙә бәйән итә.

“Минең Башҡортостандағы республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы булараҡ һәм Ботиржон Асадовтың Үзбәкстандың Рәсәйҙәге илсеһе сифатындағы хеҙмәте бер көндә – 2018 йылдың 11 октябрендә башланды. Был беҙҙең тәүге осрашыуыбыҙ түгел. Хеҙмәттәшлегебеҙҙе көсәйтеү, Үзбәкстанда бизнесыбыҙ өсөн юл һалыу һәм, киреһенсә, Башҡортостанда үзбәк бизнесын уңайлы үҫтереү өсөн күп көс һалабыҙ. Беҙҙең өсөн Үзбәкстан, Беларусь һәм Ҡаҙағстан менән бер рәттән, – иҡтисади хеҙмәттәшлек өлкәһендә тағы бер ышаныслы партнер. Сөнки тауар әйләнеше кимәле буйынса Үзбәкстан беҙҙең өсөн – Рәсәйҙә өсөнсө, донъяла республикабыҙҙың сауҙа партнерҙары булған 128 ил араһында ун беренсе партнер.

2021 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан менән Үзбәкстан араһында тауар әйләнеше 113 миллион доллар тәшкил иткән. Был 2017 һәм 2018 йылдарҙағы тауар әйләнешенән ике тапҡырға тиерлек күберәк һәм 2019 йылғы күрһәткестәрҙән 14 процентҡа юғарыраҡ. Шул уҡ ваҡытта әйләнештең ҙур өлөшө (86 процент) беҙҙең экспортҡа тура килә. Дөйөм алғанда, тауар ағымдарының структураһы бик киң. Башҡортостан Үзбәкстанға химия сәнәғәте продукцияһын, ҡара металл, машина эшләү тауарҙары, ҡорамалдар оҙата. Үзбәкстандан республикабыҙға ер өҫтө транспорты, туҡыма һәм аҙыҡ-түлек килтерелә.

Бөгөн төрлө тармаҡтарҙа кооперацияны үҫтереү өсөн яҡшы мөмкинлектәребеҙ бар. Башҡортостан предприятиелары Үзбәкстанда нефть һәм газ химияһы ҡеүәттәрен модернизациялауҙа ҡатнаша алыр ине, шул иҫәптән углеводород сеймалын сығарыуҙы арттырыу, Үзбәкстан биләмәһендә перспективалы продукция етештереүҙе эшләтеп ебәреү өсөн.

Башҡортостан Үзбәкстанға тағылма, тупраҡ эшкәртеү һәм мал аҙығы әҙерләү техникаһын оҙатырға әҙер. Биопрепараттар һәм биоактив ашламалар, ауыл хужалығы продукцияһын – ҡоро һөт, көнбағыш майы, тоҡомло мал, ҡош ите, ит изделиеларын экспортҡа оҙатыуҙы арттырырға мөмкин.

Беҙ гуманитар өлкәлә, мәғарифта, мәҙәниәттә хеҙмәттәшлекте һәм бәйләнештәрҙе үҫтереүгә ҙур әһәмиәт бирәбеҙ. Былтыр Башҡортостан коронавирусҡа ҡаршы көрәштә халыҡҡа ярҙам күрһәтеү өсөн медицина хеҙмәткәрҙәре бригадаһын ебәреп, дуҫ Үзбәкстан халҡына ярҙам итте”, – тип яҙҙы ул.  

Фото: "Бәйләнештә".

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: