Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Февраль 2022, 20:00

Уңайлы һәм заманса хеҙмәттән файҙаланығыҙ

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың дәүләт мәғлүмәт системаһы хаҡында кемдәр ошоғаса белмәй?

Уңайлы һәм заманса хеҙмәттән файҙаланығыҙ
Уңайлы һәм заманса хеҙмәттән файҙаланығыҙ

Республикаға идара итеү үҙәге халыҡтың тормошон еңеләйтеүсе, уңайлыраҡ итеүсе хеҙмәт төрө менән таныштырҙы. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналында Республикаға идара итеү үҙәге менән тура бәйләнештә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы хеҙмәткәре Кристина Дикова ошо хаҡта аңлатма бирҙе.

“Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың дәүләт мәғлүмәт системаһы хаҡында кемдәр ошоғаса белмәй? Кемдәр бығаса ул хаҡта ишетмәгән, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләү өсөн булдырылған заманса һәм уңайлы платформа менән таныштырабыҙ. Бөтә илдең торлаҡ-коммуналь хужалығы торошо һәм баҙарҙа ҡатнашыусылар тураһында мәғлүмәттәр тупланған берҙәм ресурс ул. Түләүҙәр, идарасы компаниялар лицензиялары, капиталь ремонт сроктары, граждандар форумдары – барыһы ла ошонда. Сайтҡа һылтанма: https://dom.gosuslugi.ru/#!/main

Системаға теркәлмәйенсә, “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша инергә мөмкин. Ҡулланыу килешеүенә ҡул ҡуйырға һәм тәү сиратта шәхси иҫәптәрҙе – капиталь ремонт буйынса төбәк операторын, идарасы ойошманы, электр селтәрҙәрен, газ хеҙмәтен, ҡаты ҡалдыҡтар сығарыу буйынса төбәк операторҙарын һәм башҡа хеҙмәттәрҙе индерергә кәрәк. Аҙаҡ комиссияһыҙ бөтә хеҙмәттәргә лә түләп була. Шулай уҡ счетчиктар күрһәткестәрен тапшырырға мөмкин”, – тине белгес.

Фото: kakprosto.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: