Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Февраль 2022, 15:00

Яңы мөмкинлектәр аса

Башҡортостанда һанлы ҡарарҙар өсөн демонстрация майҙансығы асылды. 

Яңы мөмкинлектәр аса
Яңы мөмкинлектәр аса

Өфөлә һанлы ҡарарҙарҙы күрһәтеү өсөн Башҡортостан өсөн үҙенсәлекле ИТ-майҙансыҡ асылды. Ойоштороусылар фекеренсә, был - күләмле офис киңлеге генә түгел, ә мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә тиҫтәләгән эшҡыуарҙарҙың бизнесы үҫешкән урын.

Рәсми асыуҙа Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин, министр урынбаҫары Рөстәм Хаматвәлиев, Мәғлүмәт технологияларын үҫтереү ассоциацияһы рәйесе Кирилл Полетаев, “Мәғлүмәт технологиялары үҙәге” муниципаль ҡаҙна учреждениеһы директоры урынбаҫары Альфред Исхаҡов, “Башҡортостан Республикаһында инновацияларға булышлыҡ итеү үҙәге” директоры Руслан Шәймөхәмәтов, “Башҡортостан Республикаһында электрон белем биреү” ассоциацияһы рәйесе Рәмил Бәхтизин, шулай уҡ федераль һәм республика ИТ-компаниялары вәкилдәре ҡатнашты.

– Һис шикһеҙ, был майҙансыҡ республикаға һанлаштырыу йәһәтенән ҡыҙыҡлы мөмкинлектәр бирә. Демо-залды асыуҙа мәғлүмәт технологияларын үҫтереү, шулай уҡ Башҡортостан ҡарарҙарын күрһәтеү мөһим үҙенсәлектәрҙең береһе булып тора. Бында һанлы продукттар менән күҙгә-күҙ ҡарашып танышырға мөмкин буласаҡ, –тине Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.

ИТ-майҙансыҡтың инициаторы булып Башҡортостандың Мәғлүмәт технологияларын үҫтереү ассоциацияһы рәйесе Кирилл Полетаев тора. Технологиялар ҡулланыусыларға яҡыныраҡ булһын өсөн махсус рәүештә “Форт Диалог” компанияһы үҙенең офисында демо-зал төҙөнө. Майҙансыҡтың архитектураһы бай – күрһәтеү, лекторий һәм һөйләшеүҙәр зоналары бар. Тәҡдим ителгән ҡарарҙар һәм технологиялар тематикаһы талап ителгән бурыстарға ярашлы үҙгәреүе мөмкин.

– ИТ-Ассоциация компанияларына Өфөлә, Мәскәүҙә һәм башҡа төбәктәрҙә йыш ҡына төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнашырға тура килә. Заказсыларға беҙгә офисҡа килеү, ҡорамалдарҙы үҙ ҡулдары менән тотоп ҡарау, уның үҙенсәлектәрен аңлау, белгестәргә һәм етештереүсе вәкилдәренә һорауҙар биреү күпкә уңайлыраҡ, тигән һығымтаға килдек, – тине “Форт Диалог” акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Кирилл Полетаев. – Бындай үҙ-ара эш итеү эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә һәм республика продукттарын һәм асыштарын популярлаштырыуға булышлыҡ итер, тип ышанабыҙ.

Бөгөн үк демо-зонала һанлы хәүефһеҙлек системаһы өлкәһендәге ҡарарҙар күрһәтелгән. Улар мәктәптәрҙе, юғары уҡыу йорттарын һәм башҡа социаль объекттарҙы һаҡлауҙа файҙаланылыуы мөмкин. Хәүефһеҙлек өлкәһендәге ҡарарҙарҙан тыш, демо-зонала Өфөлә етештерелә башлаған идаралыҡ шкафтары VR нигеҙендә автоматлаштырыу өлкәһендәге эшләнмәләр һәм ҡарарҙар күрһәтелгән.

Белешмә өсөн:

Башҡортостан Республикаһының Мәғлүмәт технологияларын үҫтереү ассоциацияһы (ИТ-Ассоциация) 2017 йылдың 5 апрелендә “Форт Диалог” компанияһы һәм Башҡортостандың Мәғлүмәтләштереү һәм “Асыҡ Республика” мәсьәләләре буйынса дәүләт комитеты (хәҙер – Башҡортостан Республикаһы Дәүләт идаралығының Һанлы үҫеш министрлығы) башланғысы менән ойошторола.

Ассоциацияға Башҡортостан Республикаһының 16 ИТ-компанияһы инә: Форт Диалог, Полигон, Лексема, Медиалюкс, АйТи, Линкс, SPL, ЦСИ Интего, Вебкиңлек, ИТ Энигма Өфө, Асыҡ төбәк, OCS, Мартикс АйТи, Софт Сервис, Регион, TIQUM.

Ит-Ассоциацияның маҡсаттарының береһе Башҡортостанда һанлы тармаҡ үҫешен тиҙләтеү өсөн шарттар булдырыу, республика ИТ-компанияларының федераль һәм халыҡ-ара баҙарға сығыуына булышлыҡ итеү, эшҡыуарлыҡ берләшмәһендә һәм ҡулланыусылар баҙарында төбәк компанияларының ыңғай имиджын күтәреү.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru 

Фото: Хөкүмәт сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: