Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән “Инвестиция сәғәте” ултырышында Өфөлә Ағиҙел йылғаһы буйлап экскурсиялар ойоштороу буйынса туристик проектты ҡаранылар.
“Ағиҙел Флот” суднолар компанияһының (“Ал елкәндәр” компаниялар төркөмөнә инә) генераль директоры Кирилл Евдокимов әйтеүенсә, был башланғысты былтыр декабрҙә Өфөлә үткән Халыҡ-ара бизнес аҙналығында ҡатнашыу йомғаҡтары буйынса әҙерләгәндәр. Мәғлүм булыуыгса, “Ал елкәндәр” компаниялар төркөмө Мәскәү агломерацияһында ла ошондай уҡ проектты уңышлы тормошҡа ашырған.
Тәүге этапта инвестор Салауат Юлаев һәйкәленән Сипайлово биҫтәһенә тиклем Ағиҙел һәм Ҡариҙел йылғалары буйлап кешене ташыуға биш судно йәлеп итергә, 30-ға яҡын яңы эш урыны булдырырға ниәтләй. Проектҡа 230 миллион һум аҡса йүнәлтеү күҙаллана. Тәүге рейстарҙы компания быйыл башҡарасаҡ.
– Ишле ғаиләләргә, уҡыусыларға һәм пенсионерҙарға билетты ташламалы хаҡҡа һатыуға иҫәп тотабыҙ, – тине Кирилл Евдокимов.
Икенсе этапта инвестор республиканың аш ҡалаһында һыуҙа йөҙә торған 300 урынлыҡ ресторан төҙөүҙе планлаштыра.
Башҡортостан Башлығы тәҡдим ителгән проектты хупланы, Туризм буйынса дәүләт комитетына республиканың социаль яҡтан яҡланмаған халҡы өсөн экскурсиялар ойоштороу буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.
– Беҙ ошондай транспорт проектын ғәмәлгә ашырыу өсөн күптән ышаныслы партнер эҙләй инек. “Ал елкәндәр” кеүек компетентлы компанияның республикабыҙҙа эшләргә теләк белдереүе ҡыуаныслы хәл, - тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, билеттарҙы республиканың милли стилендә биҙәлгән визит-үҙәктәрҙә һатыуҙы ойоштороу яҡшы буласаҡ. Өҫтәүенә, уларҙа сувенир продукцияларын һатыу, йәмәғәт туҡланыу урындары, ҡунаҡтар өсөн мәғлүмәт зоналары ла урынлаштырыла.
– Бындай комплекстар төҙөүгә бик яуаплы ҡарарға кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Республика был мәсьәләне хәл итеүҙе үҙ өҫтөнә аласаҡ.
Төбәк етәксеһе шулай уҡ алдағы “Инвестиция сәғәте”нең береһендә Ағиҙел йылғаһында һыу төбөн тәрәнәйтеү эштәре буйынса пландар хаҡында хәбәр итергә ҡушты.
Өфөлә шулай уҡ эре панелле йорттар төҙөү өсөн изделиелар етештереү проектын тормошҡа ашырырға ниәтләйҙәр. Проекттың инициаторы – Өфө йорттар һалыу комбинаты.
Предприятие директоры Андрей Пестрецов әйтеүенсә, эшкә 653,5 миллион аҡса йүнәлтеү планлаштырыла. Технологик ҡорамалдарҙың бер өлөшө комбинат майҙансығында монтажланған. Производствоны 2023 йылда сафҡа индереү күҙаллана. Унда 120-гә яҡын кеше эшләйәсәк.
Башҡортостандың Инвестиция комитеты проектҡа өҫтөнлөклө статусын һәм һалым ташламалары бирергә ҡарар итте.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/150372.html
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/150372.htm