Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Февраль 2022, 09:13

Был – һуңғы йылдарҙағы системалы эш һөҙөмтәһе

Башҡортостандың иҡтисади рейтингта алдынғы урындарҙы йыш ала башлауы – ҡыуаныслы хәл.

zen.yandex.ru
Фото:zen.yandex.ru

Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса рейтинг һөҙөмтәләрен беренсе тапҡыр иғлан итте, унда Башҡортостан тәүге өсәү иҫәбендә.

“Башҡортостандың иҡтисади рейтингта алдынғы урындарҙы йыш ала башлауы – ҡыуаныслы күренеш. Был республикабыҙҙың бөгөнгө хәлен  билдәләй.  “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты – беҙҙең өсөн иң мөһимдәрҙең береһе. Беҙгә ышанып, милли проектта ҡатнашҡан предприятие етәкселәренә рәхмәт белдерәм. 2021 йылда уларҙың һаны 129-ға етте. Республика предприятиеларында милли проект сараларының иҡтисади һөҙөмтәлелеге бер миллиард һум тәшкил итте. Шуныһы мөһим, проектта ҡатнашыусы предприятиелар ҡорамалдар алыу өсөн дәүләт ярҙамына өмөт итә ала”, – тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

 

Проекттың асылы нимәлә?

 

Республикала яңы предприятиелар барлыҡҡа килһен өсөн әүҙем инвестиция эшмәкәрлеге алып барыла. Тик эш шунда, булған предприятиеларҙа хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү, йәғни иҡтисади уңыш өсөн етди резерв бар. Уларға федераль эксперттар килеп, предприятиеның эшмәкәр­леген өйрәнә һәм “бушаҡ” звено­ларҙы асыҡлап, процесты ҡулай­лаштырырға ярҙам итә. Быны  һис кенә лә эш урындарын ҡыҫҡартыу алымы кеүек ҡабул итергә кәрәк­мәй. Киреһенсә, маҡсат – кеше кәрәкмәгәнде башҡармайынса, һөҙөмтәлерәк эшләргә тейеш. Етештереү сығымдарын кәметеп, предприятие хеҙмәткәрҙәр өсөн социаль программаларҙы ғәмәлгә индерергә һәм эш хаҡын күтәрергә мөмкинлек ала. Бөгөн ил буйынса ике меңдән ашыу предприятие проектта ҡатнаша.

 

План арттырылып үтәлә

 

Башҡортостан ете пилот төбәк­тәре иҫәбендә “Хеҙмәт етеште­реүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проекты сараларын  2017 йылдың аҙағында тормошҡа ашыра башлағайны. Һуңынан милли проект “Хеҙмәт етеште­реүсәнлеге” тип үҙгәртелде.

Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры, иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов билдә­ләүенсә, 2021 йылда республика хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу буйынса милли проектты тормошҡа ашырыу планы күрһәт­кестәрен 40 процентҡа арттырып үтәгән.  Уға 127 предприятие ингән (план буйынса – 90 ҡатнашыусы). 2,1 меңдән ашыу белгес һаҡсыл етештереү нигеҙҙәрен өйрәнгән. Республика предприятиеларында хеҙмәт етештереүсәнлеге уртаса 23 процентҡа артҡан. Баш­ҡортос­тандың Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге компетенциялар буйынса төбәк үҙәге ярҙамында предприятиеларҙа һаҡсыл етеш­тереү алымдары уңышлы ҡулланыла.

БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, һаҡсыл етештереү принциптарын индереү һөҙөмтәһендә “янда ҡалған” аҡсаны компаниялар технологик яңыртыуға, үҫешкә тотона. Өҫтәмә рәүештә уларға республика ҡаҙнаһынан етештереүҙе яңыр­тыуға тотонолған сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға субсидия бирелә. 2021 йылда бындай ярҙамды 12 предприятие алған, 20 миллион һум аҡса бүленгән. Был аҡса уларға 73 миллион һумлыҡ яңы ҡоролмалар һатып алырға мөмкинлек биргән.

 

Бер йыл эсендә ыңғай үҙгәрештәр...

 

“Мәләүез минераль ашламалар” компанияһы “Хеҙмәт етештереү­сәнлеге” милли проектына теүәл  бер йыл элек ҡушыла.

“Беҙҙең предприятие аммиак селитраһы етештерә. Етештереүҙе модернизациялап, яңы продукт – күҙәнәкле аммиак селитраһы сыға­ра башланыҡ. Ул күмер етештереү сәнәғәтендә шартлатҡыс матдә булараҡ һәм юлдар төҙөлөшөндә ҡулланыла. Ябай ГОСТ-ҡа ярашлы етештерелгән селитра ауыл хужалығында үҫемлекселек өсөн тәғәйенләнгән. Яңы продукция беҙгә сауҙа итеү кимәлен күтәреүгә һәм иҡтисад баҙарында конку­рентлыҡты арттырыуға булышлыҡ итте. Әлеге ваҡытта беҙ фасовкалау үҙәген үҙгәртеп ҡороу буйынса ҙур проект эшләйбеҙ. Унда барыһы ла үҙгәрәсәк: яңы бина төҙөлә, кран техникаһы һатып алына – былар барыһы ла ҡул менән эшләй торған хеҙмәттән мөмкин тиклем ҡотолоу маҡсатында башҡарыла. Бынан тыш, яңы ҡорамалдар үлсәп төрөүҙе теүәл үтәргә мөмкинлек бирәсәк, ә үҙәктең ҡеүәте бер нисә тапҡырға артасаҡ”, – ти предприятие генераль директорының иҡтисад һәм финанс буйынса урынбаҫары Андрей Начаткин.

Йәнә бер миҫал: Белорет рессорҙар һәм пружиналар заводы менән Белорет селтәр һәм түшәм заводы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына 2019 йылдың аҙағында ҡушыла. Бер йыл эсендә проектта ҡатнашыусы предприя­тиеларҙа тауар етештереү ике тапҡырға арта. Тамамланмаған производствоны ҡыҫҡартыу юлы менән 80 миллион һум аҡса артып ҡала, уны үҙҙәрендә артабан да етештереүҙе яйға һалыуға һәм үҫтереүгә йүнәлтәсәктәр. Уртаса иҡтисади һөҙөмтә дүрт миллион һум тәшкил иткән.

 

“Офис процестары фабрикаһы” – яңы алым

 

Башҡортостанда “Хеҙмәт етеш­тереүсәнлеге” милли проектын тормошҡа ашырыуҙа яңы алымдар ҙа ҡулланыла.  2019 йылдан  Баш­ҡортостандың Хеҙмәт етеште­реүсәнлеге өлкәһендәге компетенциялар буйынса төбәк үҙәгендә “Процестар фабрикаһы” майҙансы­ғы эшләй ине, унда милли проектта ҡатнашыусы предприятиеларҙың эшселәре белемен камил­лаштырҙы.

Күптән түгел Федераль компе­тен­циялар үҙәге ярҙамында эшмә­кәрлек даирәһе киңәйтелеп, “Офис процестары фабрикаһы” барлыҡҡа килде. Хәҙер предприятиеларҙың инженер-техник персоналы ғына түгел, офис хеҙмәткәрҙәре лә үҙҙәренең эш һөҙөмтәлелеген күтәрә аласаҡ.

БР Иҡтисади үҫеш һәм инвес­тиция сәйәсәте министрлығынан аңлатыуҙарынса, ҡатнашыусылар, һатып алыу документтарын тултырыу процесы өлгөһөндә һаҡсыл етештереү ысулдарына өйрәнеп, процесты камиллаштырыу юлдарына төшөнәсәк.

“Офис процестары фабри­каһы”нда тренерҙар, ойошмаларҙа барлыҡҡа килгән реаль шарттар тыуҙырып, хеҙмәткәрҙәрҙе һаҡсыл етештереү ысулдарына өйрәтә, ғәҙәти бурыстарҙы үтәгәндә эш һөҙөмтәлелеген нисек күтәрергә мөмкин булыуын тәжрибәлә күрһә­тәләр. Документтар әйләнешен нисек ҡулайлаштырыу, дөрөҫ эшлән­мәү сәбәпле кире ҡайтарыл­ғандарының һанын нисек кәметеү, офис майҙандарын ҡыҫҡартыу мөмкинлектәре тураһында һөйләйҙәр.

“Офис процестары фабрикаһы” милли проектта ҡатнашыусы пред­приятиеларҙың хеҙмәткәр­ҙәренә үҙ эштәренә икенсе күҙлектән ҡарарға, бизнес-процесты яңыса баһаларға ярҙам итәсәк, тип күҙаллана.

 

Маҡсаттар ҙур

 

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты буйынса Башҡортостан үҙе өсөн яңы планка ҡуйҙы – 2024 йылға тиклем алынған маҡсаттарҙы 2022 йылда тормошҡа ашырыу. БР Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов журналистарға ошо турала белдерҙе.

“Башҡортостандың Рәсәй кимә­лендә алдынғы урын биләүе осраҡ­лы түгел. 2021 йыл һөҙөмтәләре буйынса беҙ бөтә пландарҙы арттырып үтәнек – милли проектҡа предприятиеларҙы йәлеп итеүҙә лә, хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыу буйынса ла беҙ алдынғылар, шуға күрә 2024 йылға тиклем алынған бурыстарҙы быйыл тормошҡа ашырасағыбыҙҙа шик юҡ.

Милли проект саралары ҙур финанс сығымдары һалмайынса, тиҙ арала һөҙөмтә алырға мөмкинлек бирә. Тап шуның өсөн “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты иҡтисад үҫеше өсөн бик мөһим. Быйыл беҙ проектҡа 150 предприятиены йәлеп итергә тигән маҡсат ҡуябыҙ”, – тине министр.

Уның белдереүенсә, етештереү мәҙәниәте һәм артып ҡалған ресурстар предприятиеларға яңы һөҙөмтә кимәленә күтәрелергә генә түгел, ә тышҡы баҙарға сығыу өсөн дә мөмкинлек тыуҙыра, шуға күрә Башҡортостанда экспорт эшмәкәр­легенә ҙур иғтибар бүленә.

“Ошо көндәрҙә Рәсәй Федера­цияһының экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәктәре эшмәкәрлегенә лә һөҙөмтә яһалды. Мәскәүҙән ҡала, беҙ икенсе урында. Беҙ үҙебеҙҙең иҡтисадыбыҙҙың ниндәй кимәлдә икәнлеген, ҡайҙа табан үҫешергә кәрәклеген яҡшы аңлайбыҙ. Ошо системалы сәйәсәттең, Баш­ҡортостан Башлығының, БР Хөкүмәте Премьер-министрының ярҙамы һөҙөмтәһе булараҡ, былтыр сеймал булмаған экспорт күләме 2,5 тапҡырға артты. Дөйөм алғанда, иҡтисади блоктың бөгөнгө һөҙөмтәле эше бөтә йүнәлештәр буйынса бер төптән булып, системалы эш арҡаһында мөмкин булды”, – тине министр.

 

Эксперт фекере

 

Иҡтисад фәндәре кандидаты, БДУ-ның Иҡтисад, финанс һәм бизнес институтындағы дөйөм иҡтисад теорияһы кафедраһы доценты Илдар Ғәбитов:

– Иҡтисадсы булараҡ, республикабыҙҙың әлеге рейтингта алдынғы урындарға күтәрелеүе мине бик шатландырҙы. Был – республиканың бөгөнгө хәлен, үҫешен, киләсәген билдәләгән төп күрһәткестәрҙең береһе. Әлбиттә, уңышҡа тиҙ генә өлгәшмәнек, һуңғы йылдарҙағы системалы эш һөҙөмтәһе ул.

Радий Хәбиров етәкселек итә башлаған тәүге йылдарынан уҡ төбәктең иҡтисади үҫешенә ҙур иғтибар бирә, республикала әүҙем инвестиция эшмәкәрлеге алып барыла. “Хеҙмәт етеште­реүсәнлеген арттырыу һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проекты ла тап шул йылдарҙа ғәмәлгә инә башланы. Беҙҙең республика, пилот проекты ҡатнашыусыһы булараҡ, ошо дүрт йыл эсендә был тәңгәлдә ярайһы тәжрибә тупланы.

Күп предприятиеға һаҡсыл етештереү нигеҙҙәре индерелде. Етештереү сығымдарын кәметеп, милли проектта ҡатнашҡан предприятиелар хеҙмәткәрҙәр өсөн социаль программаларҙы ғәмәлгә ашырҙы һәм эш хаҡын да күтәрә алды. Етештереү системаһын заманса үҙгәртеү иҡтисад баҙа­рында конкурентлыҡты арттырыу мөмкинлеген бирҙе. Уларға күрһәтелгән дәүләт ярҙамы ла предприятиеларҙың үҫешенә этәргес булды.

Римма СОЛТАНОВА.

 

Читайте нас: