Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Февраль 2022, 21:45

Ауыл хужалығына ярҙам буласаҡ

Башҡортостан ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарына 173 миллион һум дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәк.

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Республика аграрийҙары өсөн иң мөһим кампанияларҙың береһе - яҙғы сәсеү эштәре яҡынлаша. Һуңғы йылдарҙағы ҡоролоҡ тармаҡ өсөн ҙур һынау булды, шунлыҡтан көҙгө уңыш та әллә ни ҡыуандырманы. Күп хужалыҡтар етерлек орлоҡ туплай алманы, яғыулыҡ-майлау материалдарына ла хаҡтар артты.

Әммә республика аграрийҙары өсөн ҡыуаныслы яңылыҡ бар: Башҡортостан ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарына 173 миллион һум дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәк. Ошо көндәрҙә министрлыҡта субсидия юллау буйынса документтар йыйыу бара. Ведомство белгестәре әйтеүенсә, әле ошо эштең икенсе ағымы башланған. Дәүләт ярҙамы зыян күргән ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарына күрһәтеләсәк, улар зыян күләменең бер өлөшөн ҡайтарыу хоҡуғына эйә. Шулай уҡ “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ акселерацияһы” ("Акселерация субъектов малого и среднего предпринимательства") төбәк программаһы сиктәрендә “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проектына ярашлы дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәк. Был тәңгәлдә 13 ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы һайлап алынған.

Билдәле булыуынса, 2022 йылда Башҡортостанға был йүнәлештә бөтәһе 173 миллион һум дәүләт ярҙамы күрһәтеү ҡаралған.

"Ауыл хужалығы кооперативтарынан әүҙемерәк эш итеүҙәрен көтәбеҙ, - ти Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәйзрахманов. – Тәжрибә күрһәтеүенсә, субсидияға дәғүә итеүселәр араһындағы кооперативтар үҙ эшмәкәрлеген артабан киңәйтергә планлаштыра. Шуға күрә һәр кооператив тиҙ арала документтарын тапшырып өлгөрһөн ине".

Дәүләт ярҙамы ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренә яңы техника, ҡорамалдар, мал һатып алыуҙың яртыһын ҡаплаясаҡ, башҡа сығымдарға тотоноуға ла булышлыҡ итәсәк. Әйткәндәй, сит илдәрҙең Рәсәйгә ҡарата яңы санкциялары ауыл хужалығы тармағына яңыса эшләүгә юл асасаҡ, урындағы етештереүселәргә иғтибар артасаҡ, ә был үҙ тәңгәлендә уларҙың продукцияһының үҙҡиммәтенә лә баҫым яһай. Шуға күрә кооперативтарға был тәңгәлдә йәнә бергәләшеп эшләү талап ителә. Етештергән продукцияға ихтыяж бар саҡта тырышыу мөһим. Етмәһә, дәүләт  үҙе ярҙам итергә әҙер торғанда.

Әҙеһәм Барлыбаев, иҡтисад фәндәрҽ докторы, профессор,Башҡорт дәүләт университеты Сибай институтының иҡтисад һәм хоҡуҡ факультҽты дҽканы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәрҽ:

- Әлбиттә, әлеге хәрби конфликт илебеҙҙең иҡтисадына йоғонто яһаясаҡ тип әйтергә була, сөнки беҙҙен иҡтисад донъя иҡтисады менән бик тығыҙ бәйләнгән. Санкциялар сәбәпле күп кенә бәйләнештәр өҙөләсәк, күп нәмәне етештереү ауырлашасаҡ, йә иһә бөтөнләй туҡталасаҡ. Хаҡтар күтәреләсәк. Был хәлдәрҙең ни тиклем тәрәнгә китәсәге АҠШ-тың һәм уның союзниктарының ошо конфликтҡа мөнәсәбәте менән бәйле. Иҡтисади бәйләнештәр күп яҡлы. Бер яҡтың Рәсәйгә ҡаршы булған аҙымдары бумеранг булып үҙҙәренә килтереп һуғасаҡ.

Көнбайыш тик санкциялар менән генә беҙҙе быуырға уйлаһа, был да алыҫыраҡ киләсәктә илдең иҡтисади үҫешенә ыңғай тәьҫир итәсәк. Ниһайәт, беҙ үҙебеҙең артта ҡалған, йә бөтөнләй булмаған юғары технологиялы йүнәлештәрҙе һәм тармаҡтарҙы үҫтерергә мәжбүр буласаҡбыҙ, шул иҫәптән ауыл хужалығы тармағына ла яңыса ҡараш артасаҡ.

Кәримә УСМАНОВА.

Автор фотоһы.

Читайте нас: