Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Февраль 2022, 18:26

Ғинуарҙа - йәнә рекорд!

Хөкүмәттәге кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күңелле яңылыҡ менән уртаҡлашты.

Хөкүмәттәге кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күңелле яңылыҡ менән уртаҡлашты. Уның белдереүенсә, Башҡортостанда сәнәғәт етештереүе индексы 2022 йылдың ғинуарында рекордҡа – 115,7 процентҡа етте.

“Ғинуар өсөн һандар һәйбәт, был айҙа ялдарҙың күп булыуын иҫәпкә алып та. Республикала сәнәғәт етештереүе индексы 115,7 процент тәшкил итте – бик юғары һөҙөмтә. Хөкүмәттең иҡтисад блогына был һанды тоторға кәрәк”, – тине Радий Хәбиров.

Шул уҡ ваҡытта Башҡортостандың беренсе вице-премьеры – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратовҡа етештереүҙең кәмеүе күҙәтелгән иҡтисад тармаҡтарына анализ яһау бурысы йөкмәтелде.

– Бәлки, уларға ярҙам ҡулы һуҙырға кәрәктер, анализлағыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙә нефть һәм газ химияһында, нефть сығарыуҙа, нефть эшкәртеүҙә, машиналар эшләүҙә, авиатөҙөлөштә, двигателдәр эшләүҙә компетенциялар юғары, әммә башҡа компетенцияларҙы ла үҫтерергә ынтылырға кәрәк. Тормош даими үҙгәреп тора, яңынан-яңы саҡырыуҙар барлыҡҡа килә. Беҙ нефть эшкәртеү һәм яҡшы двигателдәр эшләү менән генә сикләнмәйбеҙ. Шуға күрә оялмаҫҡа кәрәк.

Ысынлап та, коронавирус һәм башҡа ауырлыҡтарға ҡарамай, Башҡортостандың сәнәғәт етештереүе индексы юғары күрһәткестәр бирә. 2021 йыл йомғаҡтары буйынса ғына ул – 107,5 процент ине!

Читайте нас: