Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Февраль 2022, 13:15

“Рәсәй Банкы” төп ставканы күтәрҙе

Был финанс һәм хаҡтар тотороҡлоғон, граждандарҙың һаҡлыҡтағы аҡсаларын осһоҙланыуҙан һаҡлаясаҡ.

“Рәсәй Банкы”  төп ставканы күтәрҙе
“Рәсәй Банкы” төп ставканы күтәрҙе

“Рәсәй Банкы” бөгөндән төп ставканы йылына 20 процентҡа тиклем күтәреү тураһында ҡарар ҡабул итте.

 “Рәсәй иҡтисады өсөн тышҡы шарттар тамырынан үҙгәрҙе. Төп ставканы күтәреү депозит ставкаларын арта барған девальвация һәм инфляция хәүефен ҡапларлыҡ кимәлгә еткереүҙе тәьмин итәсәк. Был финанс һәм хаҡтар тотороҡлоғон  һәм граждандарҙың һаҡлыҡтағы аҡсаларын осһоҙланыуҙан һаҡлаясаҡ,” – тиелә Үҙәк Банкының рәсми хәбәрендә.

“Рәсәй Банкы” артабан да эске һәм тышҡы шарттарҙы баһалауҙан  сығып,  төп ставканы үҙгәртеү буйынса ҡарарҙар ҡабул итәсәк. 11 февралдә генә ул төп ставканы йылына 9,5 процентҡа арттырыу тураһында ҡарар ҡабул иткәйне.


Фото:”Башинформ”.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: