Иҡтисад
28 Февраль 2022, 15:45

Юлдар иркенәйәсәк

Пугачев урамын төҙөкләндереүҙе 2022 йылдың майында башлап, ҡасан тамамлау күҙаллана?

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сираттағы тематик кәңәшмәне "Транспорт сәғәте" форматында үткәрҙе, унда Өфөлә эре инфраструктура объекттарын төҙөү проекттары тикшерелде. Араларында "Көньяҡ ҡапҡа" проекты һәм ҡаланың Көнсығыш йүнәлеше төп тема булды.

Өфө ҡалаһы хакимиәтенең юлдар һәм яһалма ҡоролмалар төҙөү һәм ремонтлау буйынса бүлек мөдире Константин Паппе фекеренсә, "Көньяҡ ҡапҡа" проекты баш ҡаланың Киров районындағы яңы ҡала биҫтәләренең транспортҡа яраҡлылығы мәсьәләһен хәл итәсәк.
Инфраструктура кредитын файҙаланыу иҫәбенә уны бер нисә этапта тормошҡа ашырыу планлаштырыла. Беренсеһе Пугачев урамын төҙөкләндереүҙе һәм уға сыҡҡан Генерал Рыленко урамында юл айырсаһы булдырыуҙы үҙ эсенә ала. Хаҡы 8,9 миллиард һум тәшкил итә. Эштәр 2022 йылдың майында башланасаҡ һәм 2023 йыл аҙағына тамамланыр тип күҙаллана.

Төҙөкләндерелгән участкалар буйлап йөрөү өсөн ваҡытлыса урау юл ойоштороласаҡ.
24,7 миллиард һумлыҡ икенсе этап Пугачёв урамынан Ағиҙел йылғаһы аша күпер менән Өфө - Аэропорт шоссеһына тиклем көньяҡ урау юлдың Кузнецов биҫтәһендә һалыуҙы күҙ уңында тота. Был ҡоролмаларҙы проектлау 2022 йылда башланасаҡ, ә төҙөлөшкә 2024 йылда тотонасаҡтар.

— Был ҡала өсөн бик мөһим объект. Беҙ оҙайлы мөҙҙәткә Өфө үҫеше өсөн заманса юл инфраструктураһы булдырабыҙ, — тине Радий Хәбиров. — Яңы юлдарҙы ваҡытында сафҡа индереү өсөн эштең бөтә этаптарын башҡарыу ваҡытын теүәл үтәргә кәрәк.

Өфөнөң Көнсығыш йүнәлеше проекты сиктәрендә баш ҡаланың Совет районында 1,1 километр оҙонлоҡтағы Галле урамы участкаһын проектлау тамамланды. Урам Менделеев урамы аҫтындағы тоннелде ҡаланың үҙәк өлөшө менән тоташтырасаҡ. Проект хаҡы 1,2 миллиард һум тәшкил итәсәк. Канализация, һыу һәм йылылыҡ менән тәьмин итеү селтәрҙәренең төҙөкләндерелеүен, шулай уҡ кабель линияларын, асыҡ һауала яҡтыртыуҙы күҙ уңында тота.

Белгестәр юл төҙөлөшөнә ер участкалары әҙерләй ҙә инде, уны 2022 йылдың сентябрендә башлау планлаштырыла.

Радий Хәбиров билдәләүенсә, баш ҡаланың Көнсығыш йүнәлеше транспорт ағымын оптималләштерергә, урамдарҙа тығындарҙы кәметергә, шулай уҡ транзит транспортҡа Өфө аша тиҙерәк сығырға мөмкинлек бирәсәк.

2017 йылда республика Хөкүмәте һәм ВТБ банкы баш ҡаланың Көнсығыш йүнәлеше төҙөлөшөн финанслау буйынса ташламалы килешеү төҙөнө. 2019 йылдың ноябрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм ВТБ банкы идараһы рәйесе Андрей Костин, төбәк өсөн яңы, уңайлыраҡ шарттар тураһында өҫтәмә килешеү төҙөп, концессия килешеүен ҡайтанан ҡараны. Кредит финанслауы сығымдарын оптималләштереү иҫәбенә республика бюджетына йөкләмә 30 миллиард һумға кәметелгән.

Лилиә НУРЕТДИНОВА.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Читайте нас