Бөгөн Башҡортостан Республикаһына идара итеү үҙәгендә Көрсөккә ҡаршы штабтың беренсе ултырышы үтте. Унда санкция баҫымын көсәйтеү шарттарында иҡтисадтың тотороҡлоғон тәьмин итеү һәм уға ярҙам итеү мәсьәләләре тикшерелде. Төбәктең төп предприятиелары вәкилдәре ҡатнашлығындағы ултырышты республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров уҙғарҙы.
28 февралдә Хөкүмәттең киңәйтелгән ултырышында Рәсәйгә ҡаршы индерелгән көнбайыш санкцияларының эҙемтәләре ҡаралды һәм Көрсөккә ҡаршы штабтың эшен тергеҙеү тураһында ҡарар ҡабул ителеүе хаҡындағы һүҙҙән башланы ул сығышын.
– Беҙ Республиканың Социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһына төҙәтмәләр индерә башлайбыҙ. Асылда, булған темпты һаҡлау өсөн иҡтисадҡа ярҙам итеү стратегик маҡсатҡа әүерелә, – тине Андрей Назаров.
Премьер-министр белдереүенсә, хәҙер Хөкүмәттең бурысы эште юлға һалыуҙа, шул иҫәптән “бюрократик ҡаршылыҡтарға” юл ҡуймау буйынса.
Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары – республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов әйтеүенсә, Көрсөккә ҡаршы штабҡа бер нисә республика башҡарма власть органдары, федераль башҡарма власть органдарының территориаль бүлексәләре, эшлекле даирәләр инәсәк. Был – тармаҡ министрлыҡтары һәм ведомстволары, Милли банк һәм Федераль һалым хеҙмәтенең республика буйынса идаралығы вәкилдәре. Көрсөккә ҡаршы штаб ултырыштарын аҙна һайын үткәреү планлаштырыла.
Рөстәм Моратов санкциялар индереү һәм илебеҙ ҡабул иткән яуап саралары арҡаһында төбәктең система булдырыусы ойошмалары өсөн хәүефтәрҙе һәм эҙемтәләрҙе оператив тәртиптә теркәү кәрәклеген билдәләне.
– Санкция сығымдарына ҡарамаҫтан, хеҙмәткәрҙәрҙең мәшғүллеген, кадрҙар ҡеүәтен һаҡлап ҡалыу, профессиональ компетенцияларҙы юғалтмау, эш хаҡы буйынса бурыс барлыҡҡа килеүгә юл ҡуймау бик мөһим, – тине беренсе вице-премьер.
Штаб ултырышында айырым социаль әһәмиәтле тауарҙарға берәмләп һатыу хаҡтарын көн һайын күҙәтеү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Был эште муниципаль берәмек хакимиәттәре менән берлектә республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы үткәрәсәк.
– Айырым тауарҙарға хаҡтың нигеҙһеҙ артыуына юл ҡуймау маҡсатында һигеҙ төбәк ритейлеры социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлек тауарҙарына өҫтәмәне үҙ ирке менән сикләне, – тине республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев һәм башҡа ритейлерҙарҙы ла социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлек тауарҙарына өҫтәмәне ирекле сикләү тураһындағы башланғысҡа ҡушылырға саҡырҙы.
Бынан тыш, Көрсөккә ҡаршы штаб ултырышында төҙөлөш комплексы һәм торлаҡ баҙары эшенең тотороҡлоғон, агросәнәғәт комплексының эшләүен тәьмин итеү мәсьәләләре ҡаралды. Мәҫәлән, республика агросәнәғәт комплексында бөгөн миҙгелле ауыл хужалығы эштәрен үткәреү өсөн орлоҡ, минераль ашлама һәм үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары алыу күләмдәрен билдәләү һәм килешеү төҙөү буйынса эш алып барыла.
Төҙөлөш өлкәһе йәһәтенән Андрей Назаров бюджет аҡсаһы иҫәбенә төҙөләсәк йәки планлаштырылған капиталь төҙөлөш объекттарына ревизия үткәрергә ҡушты.
Көрсөккә ҡаршы штаб ҡарамағындағы эшмәкәрлек өлкәһе предприятиелары менән оператив рәүештә эшләү өсөн тейешле башҡарма власть органдары, муниципалитет вәкилдәре базаһында тармаҡ оператив комитеттарын ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=55120
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.