Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк Хөкүмәте, ҡала һәм район етәкселәре ҡатнашлығында кәңәшмә үткәрҙе. Унда ҡайһы бер сит дәүләттәрҙең санкциялар сәйәсәте шарттарында республиканы социаль-иҡтисади үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар иҡтисадтың һәм инвестиция эшмәкәрлегенең, төҙөлөш комплексының, торлаҡ баҙарының, ауыл хужалығының тотороҡлолоғон, республиканың йыйылма бюджеты үтәлешен тәьмин итеү мәсьәләләрен ҡараны. Көн тәртибенә шулай уҡ коронавирус таралыуға бәйле санитария-эпидемиологик хәл инде.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/150613.html
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/150613.html