Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
2 Март 2022, 14:00

Банктар аҡсаны һаҡлай

Ике кредит ойошмаһында ла һаҡламдар буйынса иң юғары килем 21 процент тәшкил итә.

Банктар аҡсаны һаҡлай
Банктар аҡсаны һаҡлай

Рәсәй банктары халыҡтың һумдарҙағы һаҡламдары буйынса процент ставкаларын күтәрә башланы. Мәҫәлән, Һаҡлыҡ банкы һәм ВТБ тәүгеләрҙән булып ошо эшкә тотондо. Ике кредит ойошмаһында ла иң юғары килем 21 процент тәшкил итә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Үҙәк банк ошонан алда төп ставканы йылына 20 процентҡа (9,5% ине) тиклем күтәреү тураһында ҡарар ҡабул иткәйне. “Был депозит ставкаларын үҫә барған девальвация һәм инфляция хәүефен ҡапларлыҡ кимәлгә еткереүҙе тәьмин итәсәк, финанс һәм хаҡтар тотороҡлоғон  һәм граждандарҙың һаҡлыҡтағы аҡсаларын осһоҙланыуҙан һаҡлаясаҡ,” – тиелә Үҙәк банк хәбәрендә.

Олег Яровиков фотоһы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: