Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
2 Март 2022, 17:20

Ginza Project яңы баҙарҙар асмаҡсы

Был йәһәттән Башҡортостанда ҙур ҡеүәт тупланған.

Ginza Project яңы баҙарҙар асмаҡсы
Ginza Project яңы баҙарҙар асмаҡсы

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ginza Project холдингының ойоштороусыһы Дмитрий Сергеев менән осрашты. Яҡтар төбәктә заманса сауҙа майҙансыҡтарын, яңы йәмәғәт туҡланыуы объекттарын һәм хеҙмәттәр өлкәһен үҫтереү мөмкинлеге буйынса фекер алышты.

Республика етәксеһе аҙыҡ-түлек баҙарҙарының уңайлы форматтарына һәм сифатлы сервисҡа ҡулланыусыларҙың ҙур ҡыҙыҡһыныуын билдәләне.

– Башҡортостан – ауыл хужалығы, аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте үҫешкән төбәк. Халҡыбыҙ үҙебеҙҙә етештерелгән продукттарға ҙур иғтибар бирә, шуға күрә тармаҡ инвестиция проекттарына булышлыҡ итергә тырышабыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Ginza Project – сауҙа-сервис майҙансыҡтарын ойоштороуға комплекслы ҡараш булдырыуы менән Рәсәйҙең ҙур ҡалалырында танылыу яулаған бренд. Беҙ республикала компанияғыҙҙың төрлө эш алымдарын тикшерергә әҙербеҙ һәм иҡтисадтағы кире тенденцияларҙы яңы проекттарға старт биреү мөмкинлеге булараҡ ҡабул итәбеҙ.

Холдингтың ойоштроусыһы Дмитрий Сергеев эштең өҫтөнлөктәре тураһында һөйләне һәм хеҙмәттәшлектең көнүҙәк йүнәлештәре менән таныштырҙы.

– Беҙ Мәскәүҙә һәм Петербургта ресторан бизнесы өлкәһендә эшләй башланыҡ. Әле компания Рәсәйҙең байтаҡ төбәгендә әүҙем үҫешә. Төп проекттарҙың береһе – урынлашҡан ере һәм эске логистикаһы уңайлы, тауарҙар ассортименты киң булған, хеҙмәттәре ғаилә менән ял итеү мөмкинлеген биргән яңы форматтағы баҙарҙар асыу. Был йәһәттән Башҡортостанда ҙур ҡеүәт тупланған, – тине ул.

Осрашыуҙа ҡатнашыусылар, Ginza Project холдингы белгестәре республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы менән берлектә хеҙмәттәшлектең көнүҙәк йүнәлештәрен асыҡлап, ентекле проекттар тәҡдим итер, тип һөйләшеп килеште.

Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/150632.html

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/150632.html

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: