Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
2 Март 2022, 21:30

Инвесторҙың ышанысын юғалтмаҫҡа кәрәк

Андрей Назаров: "Хәҙер өҫтөнлөклө йүнәлеш, әлбиттә, иҡтисадтың тотороҡлоғон тәьмин итеү. Шуға күрә ныҡлы инвестиция мөхите булдырыу төп йүнәлештәрҙең береһе булып тора".

Инвесторҙың ышанысын юғалтмаҫҡа кәрәк
Инвесторҙың ышанысын юғалтмаҫҡа кәрәк

Хөкүмәт йортонда Премьер-министр Андрей Назаров етәкселегендәге видеоконференция форматында Башҡортостанда инвестициялар һәм эшлекле климатты яҡшыртыу буйынса Проект офисы ултырышы үтте.

Сарала республика башҡарма власть органдары, төбәктең үҫеш менән шөғөлләнгән институттары, финанс-кредит ойошмалары, лизинг компаниялары һәм бизнес-берекмәләр вәкилдәре ҡатнашты. Фекер алышыуға Башҡортостандың ҡала-райондары бизнес-шерифтары ҡушылды.

– Хәҙер өҫтөнлөклө йүнәлеш, әлбиттә, иҡтисадтың тотороҡлоғон тәьмин итеү. Шуға күрә ныҡлы инвестиция мөхите булдырыу төп йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Был йәһәттән Милли рейтинг күрһәткестәрен, шулай уҡ бизнес-климатты күтәреү буйынса эштең көсөргәнешлелеге һиҙелерлек арта. Беҙ инвесторҙарға Башҡортостанда бизнес алып барыу өсөн уңайлы шарттар тәҡдим итербеҙ, — тине Андрей Назаров.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары — иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов фекеренсә, Рәсәйгә ҡарата санкциялар ҡәтғиләштерелгән хәлдә, тәү ҡарашҡа, республиканың инвестор менән булған ышаныс кимәлен һаҡларға, ә яңыларына — республикала бизнес алып барыу мөмкинлектәре, килешеүҙәрҙең ҡаҡшамауы тураһында дөрөҫ мәғлүмәт бирергә кәрәк. Шуға күрә оператив һәм һөҙөмтәле ҡоралдар иҫәбендә — инвесторҙың 24/7 режимында, инвестиция циклының бөтә этаптарында уға максималь ярҙам күрһәтеү.

Хәҙер инвестор өсөн тиҙ, еңел юл әҙерләү, шул иҫәптән һанлы технологиялар мөмкинлектәрен файҙаланыу мөһим. Йәлеп ителгән инвестициялар күләме, дөйөм алғанда, төбәк иҡтисадын үҫтереү бөтә процедураларҙы оптималләштереү бурысын күпме үтәй алыуыбыҙға бәйле, тип билдәләне Рөстәм Моратов.

Муниципаль кимәлдә эште системалаштырыу, урындағы үҙидара органдарының, тармаҡ башҡарма органдарының эшмәкәрлеген яйлау маҡсатында муниципаль стандарт әҙерләнгән, унда муниципаль идаралыҡ коллективының бизнес-климатты яҡшыртыу, урындарға инвестициялар йәлеп итеү алгоритмы яҙылған. Стандарттың бөтә мониторинг эшмәкәрлеген һанлы трансформация сиктәрендә Төбәк идара итеү үҙәгенең CRM системаһына ҡуйыу планлаштырыла, был реаль ваҡытта билдәле бер муниципалитеттың инвесторҙар менән эшләүҙә нисек алға киткәнен, ниндәй проекттарҙы алып барыуын, уларҙың нисек эшләүен, асылда ниндәй ярҙам күрһәтелеүен аныҡ сағылдыра.

Муниципаль стандарт сиктәрендә барлыҡҡа килгән "экосистема" инвестиция эшмәкәрлегендә ҡатнашыусыларҙың барыһы араһында һөҙөмтәле бәйләнештәр булдырыу инфраструктураһына әйләнәсәк.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: