Бөгөн Башҡортостан Республикаһында эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил былтырғы эшмәкәрлеккә йомғаҡ һаны. Сара онлайн форматта үтте.
— 2021 йылда беҙҙең вәкиллек ҙур эш башҡарҙы. Йәмғеһе 558 мөрәжәғәт килде, уларҙың 19 проценттан ашыуы пандемия менән бәйле проблемаларға, 18 проценты ер һәм мөлкәт мәсьәләләренә ҡағылды, шул иҫәптән стационар булмаған сауҙа ойоштороу, хоҡуҡ һаҡлау өлкәһендәге проблемалар, башҡарыу эштәре һәм ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтар менән бәйле мәсьәләләр менән мөрәжәғәт иттеләр, — тип хәбәр итте Флүр Әсәҙуллин.
Сарала П.А. Столыпин исемендәге Иҡтисади үҫеш институты директоры Антон Свириденко, “Рәсәй терәге” бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүсе Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан буйынса бүлексәһе рәйесе Ләйсән Николаева, Башҡортостан Адвокаттар палатаһы вице-президенты Дмитрий Киселев, Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһының башҡарма директоры, Башҡортостан, Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Ирина Абрамова ҡатнашты.
"Түңәрәк өҫтәл"дә ҡатнашыусылар вәкилдең 2021 йылғы эш йомғаҡтарын тыңланы, эшҡыуарлыҡ субъекттарының проблемаларын, бизнес-климатты яҡшыртыу буйынса мөмкин булған ҡарарҙарҙы һәм тәҡдимдәрҙе, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса килешеүҙәр төҙөү проблемаларын тикшерҙе, дәүләт һәм муниципаль органдарҙың законлы эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенә ҡамасаулауҙың проблемалы аспекттарын анализланы, тәҡдим ителгән ҡарарҙар ҡабул итте.
Флүр Әсәҙуллин белдереүенсә, 2021 йылда дәүләт власы органдарына һәм урындағы үҙидара органдарына тикшереү һөҙөмтәләре һәм башҡа саралар нигеҙендә 611 мөрәжәғәт, норматив хоҡуҡи акттарҙы ҡабул итеү йәки индереү буйынса 28 тәҡдим, норматив хоҡуҡи акттарҙы үҙгәртеү буйынса дәүләт власы органдарына һәм урындағы үҙидара органдарына 28 тәҡдим, эшҡыуарҙарҙың, эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын боҙоу буйынса судҡа 12 ғариза ебәрелгән. Вазифа биләгәндәрҙең дисциплинар, административ һәм енәйәт эҙәрлекләүе буйынса 227 ғариза бирелгән, шуларҙың 82-һенә прокурорҙар яуап биргән.
Шулай уҡ һөйләшеү барышында төбәктең бизнес-берләшмәләре эшмәкәрлеге аша эшҡыуарлыҡты үҫтереү шарттарының йәлеп итеүсәнлеген арттырыу мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүленде.
"Түңәрәк өҫтәл" аҙағында ҡатнашыусылар бындай саралар даими үткәрелер тигән өмөт белдерҙе. Улар шулай уҡ теманың көнүҙәклелеген һыҙыҡ аҫтына алды, ә күтәрелгән мәсьәләләр эшҡыуарҙар өсөн ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булды, тип билдәләне.
Фото һәм сығанаҡ Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.