Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Март 2022, 20:45

Инвесторҙарҙың мәнфәғәте яҡланасаҡ

Михаил Мишустин Рәсәй бизнесына ярҙам саралары тураһында хәбәр иткәйне.

Инвесторҙарҙың мәнфәғәте яҡланасаҡ
Инвесторҙарҙың мәнфәғәте яҡланасаҡ

Үҫеш корпорацияһында инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу һәм дәүләт-шәхси партнерлыҡ механизмын яҡшыртыу өсөн шарттарҙы камиллаштырыу өлкәһендә күҙалланған яңылыҡтарға аңлатма бирҙеләр.

Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин әлегә тиклем дәүләт-шәхси партнерлыҡ өлкәһенә ҡағылған Рәсәй бизнесына ярҙам саралары тураһында хәбәр иткәйне.

Мәҫәлән, концессияға объекттарҙы алыуға конкурсты электрон тәртиптә үткәреү юлы менән “шәхси башланғыс” өсөн ярҙамды көсәйтеү планлаштырыла. Закон проекты йәмәғәт яғының проектта финанс ҡатнашыуы алымдарын һәм конкурс ғәмәлдәренең тәртибен аныҡ билдәләгән положениеларҙы үҙ эсенә ала. Бынан тыш, тамамланмаған төҙөлөштәр иҫәбенә концессия төҙөү мөмкинлеге булған объекттар исемлеге киңәйтелә.

– Тәҡдим ителгән нормалар инвестиция әүҙемлеген арттырыуға, инвесторҙарҙың мәнфәғәтен яҡлауға һәм яңы инфраструктура объекттарын булдырыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелә. Бынан тыш, закон проекты положениелары проекттары беҙҙә тормошҡа ашырылған инвесторҙарҙың йүнәлтелгән аҡсаһын “хәүефһеҙ итеү” мөмкинлеген бирәсәк, – тине Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: