Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Март 2022, 19:30

Исемлек раҫланды

Уны республиканың Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығының рәсми сайтында табырға мөмкин.

Исемлек раҫланды
Исемлек раҫланды

Башҡортостан Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы фарманына ярашлы, республикала торлаҡ булмаған фонд объекттары исемлеге раҫланған.

"Был исемлектә 99 күсемһеҙ милек объекты, шул иҫәптән 40 ер участкаһы бар. Улар - республиканың торлаҡ булмаған фонд объекттары - бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәренә оҙайлы ваҡытҡа файҙаланыуға бирелгән, - тине республиканың ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары Артур Аманбаев.
Был объекттар шулай уҡ файҙаланыуға, шул иҫәптән ташламалы тәртиптә, бәләкәй һәм урта эшҡыуарҙарға ярҙам иткән ойошмаларға, шулай уҡ үҙмәшғүл граждандарға тәғәйенләнгән".

Милек исемлеген республиканың Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығының рәсми сайтында табырға мөмкин.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: