Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Март 2022, 21:30

Урындағы етештереүселәрҙең тауарына иғтибар арта

Алексей Гусев: "Сауҙа эшмәкәрлегенең уңышы – халыҡтың именлеге нигеҙе. Шуға ла урындағы етештереүселәрҙең тауарын һатыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу мөһим бурыс булып тора".

Урындағы етештереүселәрҙең тауарына иғтибар арта
Урындағы етештереүселәрҙең тауарына иғтибар арта

“Башҡортостан тауары” проекты дипломанттары – һыу һәм алкоголһеҙ эсемлектәр етештереүселәр сауҙа-һатып алыу конференцияһында ҡатнашты.

2 мартта “Башҡортостан тауары” проекты дипломанттары – һыу һәм алкоголһеҙ эсемлектәр етештереүселәрҙең һәм федераль, төбәк селтәрҙәре вәкилдәренең, республиканың кулинарҙары, рестораторҙары ассоциацияһының, отель эшмәкәрҙәренең, Башҡортостандың алкоголь баҙары ҡатнашыусылары ассоциацияһының, Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусевтың ҡатнашлығында сауҙа-һатып алыу конференцияһы үтте.

– Сауҙа эшмәкәрлегенең уңышы – халыҡтың именлеге нигеҙе. Шуға ла урындағы етештереүселәрҙең тауарын һатыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу мөһим бурыс булып тора, – тине Алексей Гусев.

Сауҙа–һатып алыу конференцияһы республика етештереүселәренең ритейл һәм рестораторҙар йәмәғәтселеге менән асыҡ һөйләшеү майҙансығына әйләнде. Иғтибар үҙәгендә – төбәктә алкоголһеҙ эсемлектәр, һыу һәм снэк тауары етештереү, шулай уҡ федераль һәм төбәк кимәлендә был тауарҙарҙы тәҡдим итеү үҙенсәлеге. В2В һөйләшеүҙәр режимында предприятиелар үҙҙәренең тауарын буласаҡ һатып алыусыларға күрһәтә алды, тауар етештереү үҙенсәлектәре менән таныштырҙы, улар менән тәьмин итеү юлдары хаҡында һөйләште.

Конференция эшендә 13 сауҙа селтәре вәкилдәре ҡатнашты: “Лента”, “Магнит”, “Пятерочка”, “Полушка”, “Лукошко”, “Ярмарка”, “АиФ”, “Главпивторг”, “Главпивмаг” (Стәрлетамаҡ ҡалаһы), “Матур” (Өфө ҡалаһы), “Ватрушкин” (Стәрлетамаҡ ҡалаһы), “Доверие” (Ҡалтасы районы), “Совин” (Ырымбур ҡалаһы). Ресторан эшҡыуарлығын Өфө ҡалаһының ун рестораны белгестәре күрһәтте. 25-тән ашыу компания сауҙа һәм хеҙмәттәр өлкәһендә үҙ тауарҙарын күрһәтә алды.

– Эшлекле осрашыу республика тауарҙарын башҡа төбәктәр баҙарына тәҡдим итеү өсөн мөһим сара булды, – тип билдәләне “Башҡортостан тауары” проекты етәксеһе Светлана Дивнич.

Белешмә: “Башҡортостан тауары” 584 дипломантты берләштерә. Сифат билдәһе менән 20 меңдән ашыу төр тауарға келәймә һуғыла.

“Башҡортостан тауары” – Башҡортостан Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының төбәк етештереүселәренә ярҙам итеү буйынса яйға һалынған механизмы, предприятиеларға тауар менән тәьмин итеү географияһын киңәйтергә, тауар һатыу күләмен үҫтерергә, урындағы етештереүсенең тауарҙарына һатып алыусының иғтибарын йәлеп итергә мөмкинлеген бирә.

“Башҡортостан тауары” тамғаһын ҡуйыу ирекле.   

Фото: Башҡортостан Хөкүмәтенең рәсми сайты.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: