Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Март 2022, 11:30

Яңы шарттарҙа көнүҙәк мәсьәлә – инвестиция

Рәсәй Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Белоусов кәңәшмә үткәрҙе.

Яңы шарттарҙа көнүҙәк мәсьәлә –  инвестиция
Яңы шарттарҙа көнүҙәк мәсьәлә – инвестиция

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов Рәсәй Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Белоусов рәйеслегендә үткән яңы иҡтисади шарттарҙа төбәк инвестицияларының хәленә арналған кәңәшмәлә ҡатнашты.

– Хәл тотороҡланғас, иҡтисадты әүҙем үҫтереү мәсьәләһе көнүҙәк буласаҡ. Инвестициялар ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә, шуға күрә яңы төбәк инвестиция стандартын ғәмәлгә индереү йәһәтенән башлаған эшебеҙҙе дауам итергә кәрәк. Инвесторҙың төбәктә ҡалыу-ҡалмауы күп йәһәттән субъект хакимиәтенә бәйле, – тине Андрей Белоусов. Ул төбәктәргә эшҡыуарлыҡ әүҙемлеген дәртләндереү саралары буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.

Әле төбәк командалары шулай уҡ инвестиция картаһын төҙөй. Инвестор өсөн тәғәйенләнгән был яңы сервис проекттарҙы тормошҡа ашырыу тураһындағы ҡарарҙы йылдамыраҡ ҡабул итеү, төбәк биләмәһендә яңы объекттарҙы логистика, инфраструктура йәһәтенән уңайлы итеп урынлаштырыу мөмкинлеген бирәсәк. Ултырышта Иҡтисади үҫеш министрлығы һәм “Росреестр” вәкилдәре мәғлүмәттәр менән эште ойоштороу алымдары тураһында һөйләне. Йыл аҙағына тиклем 42 төбәктә инвестиция стандарты ғәмәлгә индерелә. Был эштең һөҙөмтәһен эшлекле берекмәләр баһалай.

Ултырышта Андрей Белоусов иҡтисади үҫеш министрының яңы урынбаҫары Морат Керефов менән таныштырҙы. Ул министрлыҡтың төбәк стандартын ғәмәлгә индереү буйынса эшен көйләйәсәк.

Мәғлүм булыуынса, быйыл илдең 30 төбәге стандартты төҙөй башланы. Ҡырым Республикаһы, Башҡортостан, Ульяновск, Калуга өлкәләре, Ханты-Манси автономиялы округы төбәктең инвестиция сәйәсәтен һәм бизнес менән эшләүҙә уның йөкләмәләрен сағылдырған төп документ – инвестиция декларацияларын раҫланы.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: