Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Март 2022, 21:45

Хаҡ артыуына юл ҡуймау маҡсатында ниндәй саралар күрелә?

Ҡайһы берәүҙәр, хәлде законһыҙ рәүештә файҙаланып, тауарға хаҡты арттырырға тырыша. Ошондай осраҡта...

Хаҡ артыуына юл ҡуймау маҡсатында ниндәй саралар күрелә?
Хаҡ артыуына юл ҡуймау маҡсатында ниндәй саралар күрелә?

Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы республиканың муниципаль район-ҡалалары менән берлектә айырым социаль әһәмиәтле тауарҙарҙы берәмләп һатыу хаҡына мониторинг уҙғара.

Ведомство етәксеһе Алексей Гусев билдәләүенсә, магазиндарҙа тауарҙарға ҡытлыҡ юҡ.

– Тауар һаҡламдарының дөйөм кимәле 2022 йылдың ғинуарына, күмәртәләп сауҙа иткән ойошмаларҙағы ағымдағы ихтыяжды иҫәпкә алып, 46,6 миллиард һум тәшкил иткән йәки 42 көн тауарҙарҙың төрлө төркөмө буйынса. Барлыҡ муниципалитеттар, сауҙа ойошмалары менән хәлде күҙәтеү буйынса оператив хеҙмәттәшлек алып барыла, – тип һөйләне Алексей Гусев.

52 төрҙәге тауар, шулай уҡ төрлө форматтағы 330 самаһы объект күҙәтеүгә алынды. Был - федераль һәм төбәк сауҙа селтәрҙәре, ябай магазиндар, станционар булмаған сауҙа объекттары, баҙарҙар.

Күҙәтеү мәғлүмәттәре Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығына, республика Прокуратураһына һәм башҡа власть органдарына ебәрелә.

Һуңғы ваҡиғалар сағылышында, Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендә уҙғарылған Төбәк иҡтисадының тотороҡлолоғона булышлыҡ һәм уны тәьмин итеү буйынса көрсөккә ҡаршы штаб ултырышында айырым социаль әһәмиәтле тауарҙарға хаҡты көн дә күҙәтеү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығында Хаҡтарҙы күҙәтеү, аҙыҡ-түлек баҙарының хәле үҙгәреүенә ҡарата оператив сара күреү комитеты булдырылған. Уның ҡарары буйынса, министрлыҡ хеҙмәткәрҙәре, мониторингта ҡатнашҡан 330 объекттан тыш, 3 марттан тағы ла 150 самаһы аҙыҡ-түлек магазинын көн һайын күҙәтеп тора.

Мониторинг мәғлүмәттәренә ҡарағанда (магазин селтәрҙәре), аҙнала (22 февралдән 1 мартҡа тиклем) кәбеҫтәгә – 9,8, аҡ майға – 7,7, макарон тауарҙарына – 5,5, балыҡ консерваларына – 4,1, шәкәргә – 3,4, һөткә – 2,8, онға 2,7 процентҡа хаҡ артҡан. Шул уҡ ваҡытта дуңғыҙ итенә – 2,5, икмәк һәм икмәк ризыҡтарына – 2,4, һыйыр итенә 1,3 процентҡа хаҡ төшөүе күҙәтелгән.

– Хаҡтар артыуы бер нисә сәбәпкә бәйле. Араларында төп сәбәптәрҙең береһе – етештереүсенән һәм тәьмин итеүсенән һатып алыу хаҡының артыуы, – тип белдерҙе министр.

Комитет эшенә ярашлы, 1 марттан 3 мартҡа тиклем, төбәк һәм федераль селтәрҙәр, логистика компаниялары, социаль туҡланыу операторҙары етәкселәре менән осрашыуҙар уҙғарылған.

Социаль төркөмгә ҡараған тауарҙарға хаҡты тотоу маҡсатында, ҡайһы бер федераль һәм төбәк селтәрҙәре социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлеккә хаҡты сикләне. Атап әйткәндә, минималь хаҡ өҫтәлгән тауарҙарға икмәк ризыҡтары, шәкәр, йәшелсәнең ҡайһы бер төрҙәре ингән.

Министрлыҡ транспорт сылбырының үҙгәреүенә, Рәсәй банкының төп ставкаларының артыуына, һумдың осһоҙланыуына бәйле ҡайһы бер тауарҙарға хаҡ артасағын да инҡар итмәй.

– Бәғзе тәьмин итеүселәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәлде законһыҙ рәүештә файҙаланып, тауарға хаҡты арттырырға тырыша, ә бөгөн быны документ менән раҫлау юҡ. Ошондай осраҡтар асыҡланғанда, мәғлүмәт Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығына тейешле сара күреү өсөн ебәреләсәк, – тине Алексей Гусев.

Күмәртәләп һатыу хаҡтарын тотороҡландырыу маҡсатында, федераль кимәлдә квоталар, пошлиналар, төҙәтмәләр индерелгән, он етештереүселәргә, икмәк бешереүселәргә ярҙам саралары әҙерләнгән, айырым тауар етештереүселәргә субсидиялар ҡаралған, шулай уҡ дәүләт ярҙамының яңы саралары булдырыла.

Автор фотоһы.

Хаҡ артыуына юл ҡуймау маҡсатында ниндәй саралар күрелә?
Хаҡ артыуына юл ҡуймау маҡсатында ниндәй саралар күрелә?
Хаҡ артыуына юл ҡуймау маҡсатында ниндәй саралар күрелә?
Хаҡ артыуына юл ҡуймау маҡсатында ниндәй саралар күрелә?
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: