Рәсәй Президенты Владимир Путин IT-тармаҡҡа дәүләт ярҙамы саралары тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Башҡортостан юлдаш телеканалының “Интервью” тапшырыуында Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры урынбаҫары Рәсүл Тайыпов ошо хаҡта ентекле аңлатма бирҙе.
2 мартта Президент Владимир Путин ҡул ҡуйған “Рәсәй Федерацияһында мәғлүмәт технологиялары тармағын тиҙ үҫтереүҙе тәьмин итеү буйынса саралар тураһында” указ IT-тармаҡ өсөн ҡайһы бер льготаларҙы һәм дәүләт ярҙамы сараларын күҙ уңында тота.
Бөгөнгө шарттарҙа дәүләт башлығы раҫлаған льготалар айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Күрелгән сараларҙың иң һөҙөмтәлеһе – “аккредитацияланған ойошмаларҙы һалым контроленән, валюта контроленән һәм башҡа дәүләт контроленән (күҙәтеүенән) һәм муниципаль контролдән өс йылға тиклем ваҡытҡа азат итеү”. Был хаҡта республика дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры урынбаҫары Рәсүл Тайыпов айырып әйтеп үтте.
“Әлеге ярҙам саралары – IT-тармаҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән өсөнсө пакет. Әйтергә кәрәк, унда телгә алынған гранттар “Һанлы иҡтисад” милли проектына ярашлы ла уңышлы тормошҡа ашырылып килә”, - тип билдәләне Рәсүл Рафанир улы.
Шулай уҡ дәүләт компаниялары яғынан IT-әҙерләмәләргә талапты стимуллаштырыу ҙа – әһәмиәтле ярҙам сараларының береһе. Президент үҙ Указы менән ил Хөкүмәтенә йыл һайын перспективалы IT-әҙерләмәләргә грант ярҙамы өсөн бюджет аҡсаһы бүлеүҙе тәьмин итергә ҡушты. Яңы проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн өс проценттан артмаған ставка буйынса льготалы кредиттар ҙа, һис шикһеҙ, ыңғай роль уйнаясаҡ. Шулай уҡ Президент Указы менән индерелгән ипотека буйынса льготалар һәм хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙы кисектереү билдәле бер роль уйнарға тейеш.
Әңгәмә барышында Рәсүл Тайыпов республикала IT-тармаҡтың иҡтисадтың реаль секторы менән тығыҙ бәйләнештә эшләүен, был йәһәттән айырыуса ауыл хужалығын үҫтереү буйынса ярайһы яҡшы тәжрибә тупланыуын айырып әйтеп үтте.
Фото: скриншот.