Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы "Озон Өфө" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен Башҡортостандың "Благовещен" айырым социаль-иҡтисади үҫеш территорияһы реестрына индерҙе. Компания бында яңы логистика комплексын булдырырға ниәтләй.
Комплекс тауарҙарҙы ҡабул итеү, һаҡлау, төргәкләү һәм ебәреү, шулай уҡ ҡайтарыуҙарҙы эшкәртеү буйынса хеҙмәттәр ойошторасаҡ. Был инвестиция проектын тормошҡа ашырыу ваҡыты — 2022-2028 йылдар.
Благовещен ҡалаһы ТОСЭР булып 2019 йылдың 12 февралендә ойошторола. Әле унда 33 компания теркәлгән.
Башҡортостан Республикаһында бөтәһе биш айырым социаль-иҡтисади үҫеш территорияһы бар: Бәләбәй, Күмертау, Благовещен, Нефтекама һәм Белорет ҡалалары.
Фото һәм сығанаҡ: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.