Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Март 2022, 21:00

Samsung Рәсәй баҙарынан ысынлап та китәме?

Был хәбәр Bloomberg яңылыҡтар агентлығынан килде.

Samsung Рәсәй баҙарынан ысынлап та китәме?
Samsung Рәсәй баҙарынан ысынлап та китәме?

Көньяҡ Кореялағы Samsung компанияһының, Рәсәйҙең Украиналағы ғәмәлдәренә ҡаршы протест белдереп, микрочиптарҙан алып смартфондарға һәм көнкүреш электроникаһына тиклемге тауарҙарын илебеҙгә сығарыуын туҡтатыуы тураһындағы Интернет селтәрендәге мәғлүмәт ҡулланыусыларҙы аптырауға ҡалдырҙы.

Был хәбәр Bloomberg яңылыҡтар агентлығынан килде. Әйткәндәй, ошо уҡ агентлыҡтың әлегә тиклем дә ялған яңылыҡтар таратыуы асыҡланғайны.

Шул уҡ ваҡытта компаниянан белдереүҙәренсә, яҡын арала Рәсәйҙә эш ғәҙәти тәртиптә яңыртыласаҡ,сервис хеҙмәте тулы күләмдә күрһәтелә, тип хәбәр итте войнасфейками.рф порталы.

Samsung компанияһының Рәсәйгә тауар сығарыуы ваҡытлыса туҡтатылды, ә ҡушымталар һәм сервис хеҙмәттәре элеккесә эшләүен дауам итә. Компанияның рәсми магазиндары ла ябылмай. Әле Рәсәйгә продукция сығарыуҙы тергеҙеү йәһәтенән эш алып барыла.

Мәғлүм булыуынса, Bloomberg яңылыҡтар агентлығының әлегә тиклем дә ысынбарлыҡҡа тап килмәгән мәғлүмәт таратҡаны булды. Мәҫәлән, ул, Федераль именлек хеҙмәте Рәсәйҙә криптовалютаны тулыһынса тыйыуҙы хуплай, тип белдергәйне. Шул уҡ ваҡытта Финанс министрлығының криптовалютаны легалләштереү һәм көйләү тураһындағы проектын Федераль именлек хеҙмәтенең хуплап сығыуы асыҡланды.

Тимәк, Майкл Блумбергтың мәғлүмәт сығанағына ышанырға ярамай, сөнки был яңылыҡтарҙың ялған хәбәр булыуы бик ихтимал.

Фото: http://mirlady.org

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: