Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй төбәктәрендә торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү мәсьәләләренә арналған федераль кәңәшмәлә ҡатнашты. Уны видеоконференция тәртибендә илдең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Фәйзуллин үткәрҙе.
Министрлыҡ етәксеһе әйтеүенсә, Федерация Советы төҙөлөш тармағындағы хәлде тотороҡландырыуға йүнәлтелгән саралар комплексын хупланы.
– Хәҙер беҙҙең бурыс – һәр объектты төҙөүгә һығылмалы һәм иғтибарлы ҡараш тәьмин итеү, бының өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләү, – тине Ирек Фәйзуллин. – Тармаҡ ярҙамһыҙ ҡалмаҫ, кәрәк була ҡалһа, хаҡтың артыуын да ҡапларбыҙ, проект документацияһына төҙәтмәләр индереүҙең, финанслауҙы ҡайтанан бүлеүҙең һығылмалы алымдарын ғәмәлгә индерербеҙ.
Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советы хуплаған дәртләндереү саралары иҫәбенә ҡала төҙөлөшө һәм рөхсәт биреү документацияһының ғәмәлдә булыу ваҡытын оҙайтыу мөмкинлеге, төҙөлөш ресурстарын Рәсәй аналогтарына алмаштырыуға бәйле проекттарға һәм инженерлыҡ тикшеренеүҙәре һөҙөмтәләренә үҙгәрештәр индереү хоҡуғы, шулай уҡ төҙөүселәргә, подрядсыларға штраф санкцияларын ҡулланмау үҙенсәлектәрен билдәләү инә.
Мәғлүм булыуынса, 2021 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан ике миллион 906 мең квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшырҙы. Был элгәре йыл күрһәткестәренән 18,4 процентҡа күберәк. Торлаҡты сафҡа индереү буйынса республика Рәсәйҙә – етенсе, Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләй.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар “Торлаҡ”, “Таҙа һыу”, “Волганы һауыҡтырыу” һәм “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекттарын тормошҡа ашырыуҙы тикшерҙе. Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы башлығы планлаштырылған объекттарҙы сафҡа индереү өсөн улар буйынса тиҙ арала килешеүҙәр төҙөү зарурлығын билдәләне.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/150777.html
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/150777.html