Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
7 Март 2022, 16:00

Ышаныслы етештереүсегә – яңы мөмкинлектәр

Эске һәм донъя баҙарҙарында танылған алдынғы предприятие милли проектҡа ҡушылды.

Ышаныслы етештереүсегә – яңы мөмкинлектәр
Ышаныслы етештереүсегә – яңы мөмкинлектәр

Башҡортостанда "Урал пружиналар заводы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте "Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү һәм мәшғүллеккә ярҙам" милли проектын (национальный проект "Повышение производительности труда и поддержка занятости") тормошҡа ашырыуға ҡушылды. Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры — иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов тәҡдим иткән килешеүгә төбәк Хөкүмәте менән завод етәкселеге ҡул ҡуйҙы.

"Был башланғыс предприятиеның етештереү күрһәткестәрен һиҙелерлек арттырырға мөмкинлек бирә. Шул уҡ ваҡытта компанияға өҫтәмә финанс инвестициялары йүнәлтеү талап ителмәй. Бер үк ҡорамалдарҙа, шул уҡ кадрҙар көсө менән төҙөкләндереүгә өлгәшергә мөмкин. Милли проектта ҡатнашыусылар ярты йыл дауамында эксперт ярҙамы ала, улар һаҡсыл етештереү алымдарына өйрәтелә, юғалтыуҙарҙы асыҡлай, һаҡсыл етештереү саралары ярҙамында камиллаштырыуҙы тормошҡа ашыра", — тине Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.

“Урал пружина заводы” — эске һәм донъя баҙарҙарында танылған алдынғы предприятие, машиналар эшләү, автомобиль, энергетика сәнәғәте, шулай уҡ автомобиль эшләү өсөн заманса һығылмалы компоненттарҙың киң ассортиментын тәьмин итеүсе завод. Компания һатып алыу операцияларынан башлап һәм килеп сыҡҡан продуктты контролдә тотоу менән тамамланған пружина етештереүҙе туҡтауһыҙ технологик процесс менән тәьмин итә, шулай уҡ ҡулланыусыны сифаты буйынса ла, етештереү күләме йәһәтенән дә ҡәнәғәтләндергән продукция сығара.

Милли проектта ҡатнашыу нигеҙендә предприятиелар етештереү процестарын оптималләштереү буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырғанда Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендә федераль һәм төбәк компетенция үҙәктәре эксперттарының методик ярҙамын бушлай файҙаланыу мөмкинлегенә эйә. Финанс саралары сифатында Сәнәғәт үҫеше федераль фондынан биш йылға бер процент менән 50 - 300 миллион һумға тиклем ташламалы кредит рәүешендә биш йыл дауамында ярҙам күрһәтелә. Шулай уҡ милли проектта ҡатнашыусылар килем һалымы күләмен инвестициялар сығымдарының 50 процентына тиклем кәметә ала, ә 2020-2022 йылдарҙа ҡаралған килем һалымының 4,5 процентынан, 2023 йылдан башлап ете проценттан артыҡ түгел.

Фото һәм сығанаҡ Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: