Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Март 2022, 19:00

Иғтибар: һәр һатып алыусыға ҡағыла

Аҙыҡ-түлекте арзан хаҡҡа күп итеп алып, аҙаҡ арттырып һатыу менән шөғөлләнгәндәр артҡан...

Иғтибар: һәр һатып алыусыға ҡағыла
Иғтибар: һәр һатып алыусыға ҡағыла

Рәсәйҙә эре сауҙа селтәрҙәре ҡайһы бер тауарҙарҙы бер ҡулға һатыуҙа сикләүҙәр индереү тураһында  рөхсәт һораны. Ни өсөн тигәндә, арзан хаҡҡа күп итеп алып, аҙаҡ арттырып һатыу менән шөғөлләнгәндәр артҡан. Был хаҡта Рәсәй сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы белдереүенә таянып, ТАСС хәбәр итә.

Эре федераль һәм төбәк сауҙа селтәрҙәре социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлектең спекулянттар ҡулына эләгеү ихтималлығын иҫкәртә. Илдең ҡайһы бер төбәктәрендә бындай тауарҙарҙы күпләп һатып алыу (бер нисә тоннаға тиклем) осраҡтары билдәле.

Ғәмәлдәге хәлде иҫәпкә алып, граждандарҙы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүҙе гарантиялау, логиканы боҙмау маҡсатында ҡайһы бер тауарҙарҙы бер ҡулға биреүҙе сикләү тураһында Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы ҡарар ҡабул итте. Үҙгәрештәрҙе һәр кем аңлап дөрөҫ ҡабул итһен, ығы-зығы тыуҙырмаһаҡ ине.

Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙә хаҡтарҙың артыуы тураһында мөрәжәғәт иткән кешеләргә яуап биреп, Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының хаҡтарға мониторинг үткәреү буйынса комиссияһына был эште күҙәтеү һәм ҡарар ҡабул итеү ҡушылыуын белдерҙе. Һәр осраҡ  айырым тикшереләсәк.

 Галина Бахшиева фотоһы.

 

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: