Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
9 Март 2022, 13:00

Ауыл халҡына ярҙам күрһәтелә

Башҡортостан халҡының 40 процентҡа яҡыны ауылдарҙа йәшәй, һәм, әлбиттә, уларға әүҙем ярҙам күрһәтелә.

Ауыл халҡына ярҙам күрһәтелә
Ауыл халҡына ярҙам күрһәтелә

"Атап әйткәндә, республикала ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү программаһы эшләй. Уның буйынса торлаҡ шарттарын яҡшыртабыҙ, тораҡ пункттарҙы төҙөкләндерәбеҙ, социаль һәм инженерлыҡ инфраструктураһы, юлдар төҙөйбөҙ - башҡа төрлө әйткәндә, ауылда йәшәү өсөн мөмкин тиклем уңайлы шарттар тыуҙырырға тырышабыҙ.

2021 йылда башҡарылған эштәрҙең бер нисә миҫалын ҡарап сығайыҡ.

Республиканың 17 районында 36 объект төҙөкләндерелгән, дүрт ауылда - 33 саҡрымдан ашыу, һигеҙ ауылда - 48 саҡрым һыу үткәргес селтәре, Борай һәм Благовар райондарында өс комплекслы торлаҡ төҙөлөшө проекты ғәмәлгә ашырылған.

Шулай уҡ Әлшәй районының Раевка ауылында 375 урынлыҡ мәктәп һәм Борай ауылында физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлә башланы.

2021 йылда ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү программаһы буйынса 48 ғаилә - торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, тағы 27 ғаилә льготалы ҡуртым килешеүе буйынса торлаҡ алды.

Фотола - льготалы ҡуртым килешеүе буйынса фатир асҡыстары алған Йәрмәкәй, Ейәнсура, Илеш һәм Яңауыл райондарынан ғаиләләр. Уларҙың барыһы ла урындағы ауыл хужалығы предприятиеларында эшләй.

Программа шарттары буйынса, биш йыл ауылда эшләгән ғаиләләр торлаҡты үҙ милкенә һатып ала аласаҡ. Өҫтәүенә, торлаҡ төҙөлөшөнөң дөйөм хаҡынан 10 проценттан артмаған хаҡ буйынса. Ә 10 йыл үткәс - бер проценттан артмаған хаҡ буйынса.

2021 йыл йомғаҡтары буйынса республикала ауыл биләмәләрен үҫтереү программаһы буйынса 1,5 миллиард һумға 80 проект ғәмәлгә ашырылған. Был сумманың 80 проценты самаһы - федераль һәм төбәк бюджеттары аҡсаһы".

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: