Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
9 Март 2022, 14:20

Бизнесҡа ярҙам буласаҡ

"Ашығып, сәбәләнеп ҡарарҙар ҡабул итмәйәсәкбеҙ", – тине Радий Хәбиров.

Бизнесҡа ярҙам буласаҡ
Бизнесҡа ярҙам буласаҡ

Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә әлеге ҡатмарлы мәлдә иҡтисадҡа ярҙам итеү тураһында һүҙ булды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенең иҡтисад бүлегенә бизнесҡа ярҙам күрһәтеү буйынса федераль үҙәктең ҡарарҙарын анализларға һәм уларҙы тормошҡа ашыра башларға ҡушты.

– Беҙҙең артта - дүрт миллион халыҡ, иҡтисадыбыҙ, социаль өлкә, балалар, мәктәптәр, балалар баҡсалары, социаль ҡорамалдар тора. Шуға күрә беҙҙең бурыс – быны тыныс, ышаныслы башҡарыу. Хәҙер хәлде анализларға, ниндәй эҙемтәләр булыу ихтималын аңлау, тейешле ҡарарҙар ҡабул итеү мөһим. Ашығып, сәбәләнеп бер нимә лә ҡабул итмәйәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.

Белеүебеҙсә, ошо көндәрҙә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте мөһим ҡарарҙар ҡабул итте.

– Иҡтисади блоктан уларҙы өйрәнеүҙе, республика иҡтисадына нисек яраҡлашыуҙарын асыҡлауҙы һәм бизнесҡа ярҙам, субсидиялау буйынса тормошҡа ашыра башлауҙы һорайым. Беҙҙә пандемия ваҡытында эшләгән көрсөккә ҡаршы штаб бар, бер ниндәй ҙә яңылыҡ уйлап табырға кәрәкмәй. Уның бурысы шул уҡ – ошо ҡатмарлы осорҙа иҡтисадтың тотороҡлоғон тәьмин итеү. Хәҙер, мәҫәлән, ауыл хужалығында яҙғы баҫыу эштәрен тәьмин итергә кәрәк, һәр ведомство үҙ эше менән шөғөлләнергә тейеш, – тине етәксе.

Фото: kulturarb.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: