Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
10 Март 2022, 10:50

Банк системаһы һынауҙарға әҙер

Ҡулаҡса алыу менән хәлдәр нисек тора? Һаҡлыҡтағы аҡсалар менән нимә булыр? Банктар ниндәй осраҡта кредит ставкаларын кәметәсәк? Ошолар хаҡында аңлатма бирәбеҙ. 

Банк системаһы һынауҙарға әҙер
Банк системаһы һынауҙарға әҙер

Башҡортостан Милли банкы (Рәсәй Банкы филиалы) идарасыһы Марат Кашапов “Рәсәй 24” каналы эфирында банк системаһының бөгөнгө шарттарҙағы эшмәкәрлеге тураһында һөйләне.  

“Аҡсаны һаҡлауға юғары төп ставка булышлыҡ итәсәк. Бөгөн банктар ярайһы уҡ ылыҡтырғыс, хатта төп ставканан юғарыраҡ проценттар тәҡдим итә. Йәғни ошондай алым менән банктар халыҡтың аҡсаһын үҙенә туплай һәм кредит рәүешендә тәҡдим итә. Әгәр әйләнештәге аҡса етерлек кимәлдә булһа, банктар кредиттар буйынса ставкаларҙы кәметә.  

Шул уҡ ваҡытта был – баҙарҙы тотороҡландырыу сараһы ла, сөнки ажиотаж тыуҙырған ихтыяжды аҡсаның юғары хаҡы менән яйларға кәрәк ине.

Ҡулаҡса сығарыу менән бәйле ажиотажды уңышлы еңеп сыҡтыҡ. Һаҡлыҡ аҡсаһын алған саҡта кешеләр проблеманың булмауын, аҡсаның етеүен үҙ күҙҙәре менән күрҙе. Үҙәк банк кәрәкле суммаларҙы тәьмин итте, клиенттарҙың хеҙмәтләндерелеүен, иҫәп-хисаптың өҙөклөкһөҙ тормошҡа ашырылыуын күҙәтте. Үткән аҙнала уҡ аҡса алыуҙың кәмеүе, иҫәптәргә яңы средстволар килеүе күҙәтелә башланы. Халыҡ, әгәр берәй нимә һатып алмаһаң, уларҙы ҡайҙа итергә икәнлеген аңланы.

“Хәүефһеҙлек мендәре” бар, резервтарҙан бронь алынды. Улар менән файҙаланыу, финанс тотороҡлолоҡто яҡлау, мәҫәлән, кредиттарҙы реструктуризациялау йәһәтенән клиенттар менән әүҙем хеҙмәттәшлек ваҡыты етте.

Пандемия осоронда кредит каникулы ҡулланылды һәм хәҙер ҙә ҡулланыласаҡ. Әгәр 1 мартҡа ҡарата заемсының кредиты булып, һуңғы айҙа уның килеме 30 проценттан ашыуға кәмеһә, ул октябргә тиклем бүлеп түләүҙе һорап мөрәжәғәт итә ала. Йәки түләүҙәрҙе кәметеүҙәре ихтимал. Кредит каникулдары физик берәмектәрҙең, кесе һәм урта эшҡыуарлыҡтың займдарына ҡағыла.

Ипотека кредиттарына килгәндә, бурыслыларға ҡарата фатирҙан сығарыу алымын ҡулланмау тәҡдим ителә, сөнки бындай хәлдә ҡалыусылар булыр, тип күҙаллана.

Бәләкәй һәм урта бизнес – айырым категория. Бәләкәй эшҡыуарлыҡ өсөн – 15 процент, урта эшҡыуарлыҡ өсөн 13,5 процент тәшкил итәсәк уңайлыраҡ ставкалар буйынса кредитлау мәсьәләһе ҡарала. Был программаға ярашлы, банктарға ошо ставкалар буйынса фонд туплау өсөн средстволар бүленәсәк. Милли Банк ил Хөкүмәте менән берлектә әҙерләгән яңы саралар пакетында ике төрҙәге кредит ҡаралды: аҡса әйләнешенең тотороҡло кимәлен тәьмин итеү һәм инвестициялар өсөн. Был программаларға бүленгән дөйөм сумма 600 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә.

Фонд баҙарҙарына килгәндә, Мәскәү биржаһы ҡайһы бер операциялар буйынса ярайһы уҡ сикләүҙәр менән эшләй, ләкин сауҙаны асҡанда бөтә средстволар ҙа һаҡланасаҡ. Сауҙалашыуҙы туҡтатыу инвесторҙар өсөн шарттарҙы насарайтмау өсөн күрелә лә инде.

Брокер һәм шәхси инвестиция иҫәбендәге барлыҡ аҡсалар һаҡлана. Клиент брокер иҫәбенән үҙ иҫәбенә аҡсаны даими күсерә ала, ә ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙағы средстволарҙы теркәүселәргә депозитарийҙарға күсереп була.

Банктарҙа ла һеҙҙең аҡсағыҙ һаҡланған. 1,4 миллион һумға тиклемге һаҡламдар страховкаланған һәм улар, банк ябылған хәлдә лә, һеҙгә кире ҡайтарыласаҡ. Әгәр һаҡлыҡҡа һалған аҡсағыҙ был сумманан күберәк булһа, уларҙы төрлө банктарға бүлеп һалығыҙ.

Ауырлыҡтар килеп тыуған осраҡта кредит ойошмаларына ярҙам күрһәтеләсәк. Бынан тыш, банктар ҙа йоҡлап ятманы, бындай хәлдең килеп сығырын алдан күҙаллап, тейешенсә әҙерләнде. Шуға күрә хәүеф иҫәпкә алынған, хәүефһеҙлек мендәре булдырылған”, - тип аңлатма бирҙе үҙ сығышында Марат Кашапов.

Фото: Башҡортостандың Милли банкы.

Объясняем_Башкортостан 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: